Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен һиңә бәхет, наҙ булып.
Сәләмәтлек, уңыш юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып!
Уйлама әле, ғүмер үтә тиеп,
Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә,
Ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшә һин,
Урындарың булһын гел түрҙә.
Иң изге теләктәр менән ҡоҙа - ҡоҙағыйығыҙ Маһинур һәм Хәлләф Хөбөтдиновтар.