Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен әйҙә ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә!
Уҙған юлың изге, нурлы булды,
Ҡояш кеүек бирҙең яҡтылыҡ.
Үҙеңә лә һәр бер тыуыр таңың
Килтерһен тик бары яҡшылыҡ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейәндәрең.
Стәрлебаш-Стәрлетамаҡ-Ҡазан.