Бөтә яңылыҡтар
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
3 Сентябрь 2019, 10:38

ӘХМӘТОВ Рәфид Гәрәйшә улына

Ҡабыҡҡыуыш ауылы ӘХМӘТОВ Рәфид Гәрәйшә улына Курсташыбыҙ Рәдиф Гәрәйшә улын күркәм юбилейы айҡанлы ҡотлап, уға иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғүмер юлын ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ, йән тыныслығында, иҫән-һау үтергә яҙһын. Киләсәктә лә яҡындарының һөйөү-ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, оҙон-оҙаҡ йылдар иҫәнлектә-һаулыҡта, бәхетле тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын!

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,

Йәшәү дәрте булһын күңелдә.

Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар

Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.

Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,

Шатлыҡ менән килһен яңыһы.

Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең

Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.

Иң изге теләктәр менән курсташтарың исеменән Кәримовтар һәм Халиҡовтар ғаиләләре.
Читайте нас: