Йәйге каникулдар артта ҡалды. Белем көнөнә райондың һәр мәктәбендә тәүге ҡыңғырау яңғырап, балалар парта артына ултыра. Был көн барыбыҙ өсөн дә уртаҡ байрам, сөнки һәр кемдең иҫендә тормошто танып белеү шатлығы, хыялдар менән тулы мәктәп йылдары һаҡлана. Йөҙҙәрендә йылмайыу балҡып, шау-гөр килеп мәктәп ишеген асып ингән һәр уҡыусы ғилемле, бөтә яҡлап үҫешкән шәхес булып үҫһен. Тәү сиратта, бөгөн беренсе мәктәп ҡыңғырауы яңғыраған 192 беренсе класс уҡыусыһын ҡотлап үткем килә. 62 өлкән класс уҡыусыһы өсөн киләсәктә һөнәр һайлау һәм алдағы тормош юлын тәғәйенләү йылы башлана.
Яңы уҡыу йылы барығыҙға ла шатлыҡлы ваҡиғалар алып килһен. Уҡытыусыларҙың эше емешле, оҫталыҡтары сикһеҙ булһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, илһам, ныҡышмалылыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ.
Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы.