Бөтә яңылыҡтар

Ихлас ҡотлайбыҙ!!

Стәрлебаш ауылынан ҒАРИПОВА Фирүзә Йәғәфәр ҡыҙына балаларынан һәм ейән-ейәнсәрҙәренән изге ҡотлауҙар.

Беҙҙең өсөн иң яҡын кешебеҙ — һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ, һиңә алдағы тормошоңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең - ҡояшлы, килер көндәрең - аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың - яҡты, күңелең тыныс булһын.Мәрхәмәтле, сабыр йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Барлыҡ ҡылған изгелектәрең, ярҙамың, балаларым, тип өҙөлөп тороуың , һәр ваҡыт асыҡ йөҙөң, тәмле аштарың менән ҡаршы алғаның өсөн мең-мең рәхмәт һиңә!

Әсәй, тиеп әйтер кешең булыу,

Ниндәй бәхет бит ул донъяла.

Шатлыҡтарың булһа - уртаҡ була,

Ҡайғыларың булһа - юғала.

Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,

Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.

Яҡты ҡараш, йылы һүҙҙән башҡа

Таба алмайбыҙ оло бүләкте.

Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,

Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.

Һәр көнөңдә һине яратыусы

Балаларың булһын йәнәшә!

Иң изге теләктәр менән улдарың Руслан, Роберт, киленең Эльвира, ейәндәрең Динар, Алмаз, ейәнсәрең Карина.
Читайте нас: