Бөтә яңылыҡтар

Радий Фәрит улы Хәбировҡа — 55 йәш!

Башҡортостан ерендә тыуып үҫкән Радий Фәрит улы Хәбиров эш башлаған тәүге көндәренән үк үҙен төбәгебеҙ өсөн янып йөрөгән, һәр кемдең ихтыяжын тәрән аңлаған етәксе итеп күрһәтте.

Халҡыбыҙҙың яңы һулышҡа һыуһаған, ғәҙеллеккә ихтыяж кисергән осоронда тап шундай ҡаты ҡуллы, ысын хужаларса фекер йөрөткән дәүләт эшмәкәренең республикаға әйләнеп ҡайтыуы байтаҡ мәсьәләләрҙең ыңғай, тиҙ хәл ителәсәгенә ышаныс тыуҙырҙы. Етәксе вәғәҙәләр менән ымһындырмай, ә аныҡ эштәр менән шөғөлләнәсәген беҙгә көн дә раҫлап тора.


Ишембай районының Һайран ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып, тормош юлын заводта башлаған, Совет Армияһында хеҙмәт иткән, БДУ-ның юридик факультетын, Төркиәнең Билькент университеты магистратураһын тамамлаған яҡташыбыҙҙың сәйәсәттәге ышаныслы аҙымдары ғорурланырлыҡ.


Радий Фәрит улы “кешеләрҙе ҡанатлы һүҙҙәр, тормошҡа ашмаҫ вәғәҙәләр менән алдамаясаҡмын”, тип һүҙ бирҙе. Беҙ ҙә уның “Уртаҡ мәнфәғәттәр менән йәшәйек һәм тормошобоҙҙо эҙмә-эҙлекле яҡшы яҡҡа үҙгәртәйек!” тигән һүҙҙәрен хуплап, ул етәкләгән Башҡортостандың яңы үрҙәр яуларына ҙур өмөт бағлайбыҙ.


"Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективы Радий Хәбировты күркәм юбилейы менән ҡотлай. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшмәкәрлегендә уңыштар теләй.
Читайте нас: