Бөтә яңылыҡтар

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Ғафур Мөхәмәтвәли улына

Хөрмәтле Ғафур Мөхәмәтвәли улын күркәм юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Байтаҡ йылдар «Заря» йәмғиәтенә етәкселек итеп, бөтә ғүмерегеҙҙе тиерлек ерҙәге иң изге һөнәргә арнап, белемегеҙҙе, аҡыл һәм тәжрибәгеҙҙе райондың ауыл хужалығын үҫтереүгә бағышланығыҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ бик ҙур яуаплылыҡ, түҙемлек талап итә. Был эштә үҙ хеҙмәтен яратҡандар ғына күңел биреп эшләй ала. Эште яҡшы дәрәжәлә башҡарыу өсөн етәксегә, тәү сиратта, ойоштора белеү, алдан уҡ планлаштырыу һәм күреү һәләтенә эйә булырға кәрәк. Кәрәк ваҡытта ярҙам күрһәтеү, сабырлыҡ иң мөһим сифаттар булып тора. Ғафур Мөхәмәтвәли улы ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә. Агроном һәм етәксе булараҡ, Һеҙ ауыл халҡының тормошон яҡшы беләһегеҙ, уларға ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе һәм проблемаларҙы күреп, тиҙерәк хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәгеҙ. «Ҡыҙҙар осор ҡош булһа ла, егеттәр үҙ еренең бөркөтө булырға тейеш. Уңған, булдыҡлы кеше бәхетен үҙ ерендә таба», ти Ғафур Мөхәмәтвәли улы һәм йәш егеттәрҙе үҙ ерҙәрендә ерегеп ҡалырға саҡыра. Йәштәр ҙә йыш ҡына унан кәңәштәр һорап килә. Ул һис ауырһынмай үҙенең кәңәштәрен бирә, өйрәтә. Шуға күрә лә Ғафур Мөхәмәтвәли улының фиҙаҡәр хеҙмәте, ҡаҙаныштары дәүләт тарафынан юғары баһалана. Ғәҙел, яуаплы, иғтибарлы етәксе булараҡ, Һеҙҙе халыҡ та хөрмәт итә, ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл булғанығыҙ өсөн барлыҡ туғандарығыҙ ярата, ә инде балаларығыҙ өсөн Һеҙ - егәрле, уңған ғаилә башлығы һәм хәстәрлекле, яғымлы атай. Киләсәктә Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, имен көндәр, ҡәҙер-хөрмәттә, балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, күңел йылыһын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.Ябай, сабыр, оло йәнле лә Һеҙ,Ҡылғандарығыҙ бары изгелек.Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр көнөгөҙ,Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек.Иң изге теләктәр менән «Заря» йәмғиәте коллективы.

Хөрмәтле Ғафур Мөхәмәтвәли улын күркәм юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Байтаҡ йылдар «Заря» йәмғиәтенә етәкселек итеп, бөтә ғүмерегеҙҙе тиерлек ерҙәге иң изге һөнәргә арнап, белемегеҙҙе, аҡыл һәм тәжрибәгеҙҙе райондың ауыл хужалығын үҫтереүгә бағышланығыҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ бик ҙур яуаплылыҡ, түҙемлек талап итә. Был эштә үҙ хеҙмәтен яратҡандар ғына күңел биреп эшләй ала. Эште яҡшы дәрәжәлә башҡарыу өсөн етәксегә, тәү сиратта, ойоштора белеү, алдан уҡ планлаштырыу һәм күреү һәләтенә эйә булырға кәрәк. Кәрәк ваҡытта ярҙам күрһәтеү, сабырлыҡ иң мөһим сифаттар булып тора. Ғафур Мөхәмәтвәли улы ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә. Агроном һәм етәксе булараҡ, Һеҙ ауыл халҡының тормошон яҡшы беләһегеҙ, уларға ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе һәм проблемаларҙы күреп, тиҙерәк хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәгеҙ. «Ҡыҙҙар осор ҡош булһа ла, егеттәр үҙ еренең бөркөтө булырға тейеш. Уңған, булдыҡлы кеше бәхетен үҙ ерендә таба», ти Ғафур Мөхәмәтвәли улы һәм йәш егеттәрҙе үҙ ерҙәрендә ерегеп ҡалырға саҡыра. Йәштәр ҙә йыш ҡына унан кәңәштәр һорап килә. Ул һис ауырһынмай үҙенең кәңәштәрен бирә, өйрәтә. Шуға күрә лә Ғафур Мөхәмәтвәли улының фиҙаҡәр хеҙмәте, ҡаҙаныштары дәүләт тарафынан юғары баһалана. Ғәҙел, яуаплы, иғтибарлы етәксе булараҡ, Һеҙҙе халыҡ та хөрмәт итә, ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл булғанығыҙ өсөн барлыҡ туғандарығыҙ ярата, ә инде балаларығыҙ өсөн Һеҙ - егәрле, уңған ғаилә башлығы һәм хәстәрлекле, яғымлы атай. Киләсәктә Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, имен көндәр, ҡәҙер-хөрмәттә, балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, күңел йылыһын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Ябай, сабыр, оло йәнле лә Һеҙ,

Ҡылғандарығыҙ бары изгелек.

Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр көнөгөҙ,

Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек.

Иң изге теләктәр менән «Заря» йәмғиәте коллективы.


Читайте нас: