ИҪӘНСУРИН Сәйфулла Хөрмәт улына

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайным, олатайыбыҙҙы 55 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрикләп, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин ғаиләлә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған-хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше. Киң күңелле, сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле һин. Донъялағы бөтә ҡылған изгелектәрең өсөн мең-мең рәхмәт! Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме - алдығы ғүмер йылдарыңда тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Киләсәктә беҙҙең - балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең мәрхәмәтлеген, иғтибарын һәм ихтирамын тойоп, әсәйебеҙ менән иңгә-иң терәшеп тормоштоң йәмен-тәмен белеп, оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер ит. Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.Сәләмәтлек-үҙе бәхет бит ул,Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.Йөҙөң аяҙ, көләс булһын,Күҙҙәреңдең нуры һүнмәһен. Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Минзәлә, ҡыҙҙарың Әлфиә, Гөлсинә, кейәүең Руслан, ейән-ейәнсәрҙәрең Ислам, Русалина, Амалия.

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайным, олатайыбыҙҙы 55 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрикләп, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин ғаиләлә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған-хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше. Киң күңелле, сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле һин. Донъялағы бөтә ҡылған изгелектәрең өсөн мең-мең рәхмәт! Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме - алдығы ғүмер йылдарыңда тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Киләсәктә беҙҙең - балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең мәрхәмәтлеген, иғтибарын һәм ихтирамын тойоп, әсәйебеҙ менән иңгә-иң терәшеп тормоштоң йәмен-тәмен белеп, оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер ит.

Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.

Сәләмәтлек-үҙе бәхет бит ул,

Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.

Йөҙөң аяҙ, көләс булһын,

Күҙҙәреңдең нуры һүнмәһен.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Минзәлә, ҡыҙҙарың Әлфиә, Гөлсинә, кейәүең Руслан, ейән-ейәнсәрҙәрең Ислам, Русалина, Амалия.
Читайте нас