Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Һибелә нур яҡты йөҙөңдән,
Ауыр саҡта еңел булып китә
Һинең әйткән йылы һүҙеңдән.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Ҡотлау менән балаларың Марсель - Лилиә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың Зөмәрә - Сәлих Вәлитовтар.
Нижневартовск-Ҡуғанаҡбаш.