Бөтә яңылыҡтар

(283) ҒӘФИЕВ Тәбрис Рәхим улына

Баҡый ауылыҠәҙерле кешебеҙ - ғаилә башлығын, хәстәрлекле атай, олатай һәм ысын ир-уҙаманын 65 йәшлек оло юбилейы уңайынан ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ. Уның тормошон тырыш, намыҫлы хеҙмәт аша яуланған ҡаҙаныштар, ҡаҡшамаҫ абруй, ихтыяр көсө биҙәй. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, уны һәр саҡ еренә еткергән, ауырлыҡтар алдында һынмаған ныҡлы рухлы, тәүәккәл яҡыныбыҙ - барыбыҙ өсөн дә ҙур үрнәк. Беҙҙе һәр саҡ ҙур ихласлыҡ, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыр, алтын кәңәштәрен биреп, яңы үрҙәргә ҡанат ҡуйыр туған йәнле, изге күңелле, оло йөрәкле кеше ул. Киләсәктә лә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, бергә-бергә йәшәргә яҙһын. Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, уңыштар, дәрт-дарман теләйбеҙ.

Типһәң әле тимер өҙөрлөкһөң,

Баҫһаң әле - баҡыр иҙерлек!

Ғүмер юлың үтһен бәхет менән,

Хәүеф-хәтәр килмәһен бер үк!

Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Тәлиғә, балаларың Тимур-Эльвира, Гөлдәр, Гөлшат, ейән-ейәнсәрҙәрең Илдар, Эдуард, Эмилия, Амалия, Морат
Читайте нас: