Бөтә яңылыҡтар

(281) ВАХИТОВА Әлмира Ғәтиәт ҡыҙына

Табылды ауылы Ҡәҙерле киленебеҙ һәм еңгәбеҙҙе оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һин беҙҙең өсөн донъяла иң яҡын, изге күңелле, уңған, тормошҡа йәм биреүсе яратҡан кешебеҙ. Ғүмереңде балалар тәрбиәләүгә бағышлап, ауылдаштар араһында ҙур хөрмәт ҡаҙандың. Бихисап наградалар - тырыш хеҙмәтеңдең юғары баһаһы ул. Ғаиләң өсөн дә һин һәр яҡлап өлгө. Һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: ныҡлы иҫәнлек, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныслы көндәр, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Яҡты көндөң һәр иртәһе

Килһен һиңә шатлыҡ-нур булып.

Ҡайғы-хәсрәт урап уҙһын,

Ҡыуаныстар килһен урғылып.

Һин булғанда беҙҙең тормош матур,

Һин бит беҙгә оло бер терәк.

Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,

Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк!

Ҡотлау менән Вахитовтар, Тайғоновтар.

Стәрлебаш - Сургут.
Читайте нас: