Бөтә яңылыҡтар

(267) Әлфира Һабил ҡыҙы һәм Александр Иванович ЕРМИЛОВТАРҒА

Стәрлебаш ауылыҠәҙерле атайыбыҙ һәм әсәйебеҙ! Һеҙҙе мәрйен туйығыҙ - 35 йыл бергә иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп, яҡындарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың, балаларығыҙҙың терәк-таянысын, рәхмәттәрен тойоп, муллыҡта, игелектә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Тыуыр таңдарығыҙ нурлы, хәйерле, күк йөҙөгөҙ аяҙ, күңелегеҙ тыныс булһын.

Күпме булһа ерҙә матур теләк,

Бирһен һеҙгә Хоҙай барын-барын да.

Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын

Һәр бер көндөң матур таңында.

Беҙ теләйбеҙ һеҙгә ныҡлы һаулыҡ,

Матур тормош оҙаҡ йылдарға.

Бәлә-ҡаза күрмәгеҙ, бәхет үҙе

Ҡаршы сыҡһын һеҙҙең юлдарға.

Изге теләктәр менән балаларығыҙ: Альберт - Света, Альбина - Илсур, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Аделина, Рубен, Элина, Тимур.
Читайте нас: