Бөтә яңылыҡтар

(262) ҒАБДУЛЛИНА Лилиә Зәкәриә ҡыҙына

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе оло ғүмер байрамы - юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Әсәй! Һин ғүмер буйына тыуған ереңә намыҫлы хеҙмәт иттең. Аҡыллы, ярҙамсыл, һәр кемгә иғтибарлы, киң күңелле, оло йәнле булғаның өсөн яҡындарың, туғандарың, хеҙмәттәштәрең араһында абруйың ҙур һинең. Яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәнең, ҡылған барлыҡ изгелектәрең, ярҙамың, беҙҙең өсөн өҙөлөп йөшәгәнең өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Һиңә йортобоҙҙоң нуры, беҙгә терәк-таяныс булып, йәшәүҙән йәм табып, рәхәттәргә һәм рәхмәттәргә төрөнөп, бәхетле, мул тормошта, тыныслыҡта оҙаҡ йылдар матур ғүмер кисерергә яҙһын Хоҙай.

Йәшәү терәге һин беҙҙең өсөн,

Кешелегең менән үрнәк һин.

Хоҙай һиңә оҙон ғүмер бирһен

Беҙҙең өсөн мәңге кәрәк һин.

Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,

Ҡылғандарың бары изгелек.

Шатлыҡтарҙан торһон һәр бер көнөң,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Иң изге теләктәр менән улың Айнур, киленең Эмма, ейәнсәрең Эльнара, ейәндәрең Шамил, Морат.
Читайте нас: