Бөтә яңылыҡтар

ҒӘЛИМОВ Марс Мансур улына

Иҫке Ҡалҡаш ауылыҒӘЛИМОВ Марс Мансур улынаҠәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы 50 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрикләп, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Һин ғаиләлә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше. Донъялағы барлыҡ яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгеңә, ҡылған изгелектәрең өсөн мең-мең рәхмәт! Ғүмер байрамың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшеңдә уңыштар, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ! Балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, тормоштоң йәмен-тәмен белеп тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп йәшәргә булһын!

Йәшәү терәге һин беҙҙең өсөн,

Кешелегең менән үрнәк һин.

Хоҙай һиңә оҙон ғүмер бирһен,

Беҙҙең өсөн мәңге кәрәк һин.

Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,

Ҡылғандарың - бары изгелек.

Шатлыҡтарҙан торһон һәр көнөң,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Изге теләктәр менән тормош иптәшең Римма, балаларың Диана һәм Ғәзиз, кейәүең Юлай, ейәнең Ренат.


Читайте нас: