Бөтә яңылыҡтар

(205) ӘҺЛИУЛЛИНА Мөнирә Йәһүҙә ҡыҙына

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле әхирәтебеҙҙе 55 йәшлек юбилейы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Һин беҙҙең өсөн һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, ҡайғылы ваҡытта хәсрәтебеҙҙе, бәхетле сәғәттәрҙә шатлығыбыҙҙы уртаҡлашҡан ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ.

Киләсәктә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, балаларыңдың, ейәндәреңдең, яҡындарыңдың ихтирамын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә, тормош иптәшең Йәүҙәт менән тигеҙлектә, бер-берегеҙгә терәк булып ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.

Күпме булһа ерҙә матур теләк,

Бирһен һеҙгә Хоҙай барыһын да.

Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын

Һәр бер көндөң матур таңында.

Ҡотлау менән әхирәттәрең Фәнүзә, Гөлфирә, Лилиә.


Читайте нас: