Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың игелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Илле йәшкә еткән ир-егеттәр
«Ил ағаһы» тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө булһа,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.
Юлдар оҙон, йылдар тыныс булһын,
Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын.
Аҡ бәхеттең, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Бирһен Хоҙай иң-иң олоһон.
Ҡотлау менән Салауат бабайың, Әлфиә әбейең.