Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ СОБХАНҒОЛОВА Мәрғизә Рамазан ҡыҙын 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ғүмерҙең оҙонон, сәләмәтлектең ныҡлыһын, бәхет-шатлыҡҡа күмелеп, ҡайғы-хәсрәтһеҙ оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ! Әсәй! Һинең оло терәк, кәңәшсе булып йәшәүең - беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Тырышлығың, көслө рухлы булыуың, йылы ҡосағың, тәрбиәң, аҡыллы кәңәштәрең өсөн беҙ һинең алда баш эйәбеҙ!
Аҡҡан һыуҙар бергә ҡушыла-ҡушыла
Барыһы бергә ҡоя диңгеҙгә.
Тыуған йортҡа, тыуған нигеҙгә
Юғалтмайһың атай нигеҙен.
Һин һаҡлайһын һис кер ҡундырмай
Туғанлыҡтың изге һәр ебен.
Күргән хәсрәттәргә түҙҙең, әсәй,
Хоҙай бирҙе көс һәм сабырлыҡ.
Яңғыҙ йәшәү еңел булмаһа ла,
Һин күптәргә өлгө булырлыҡ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән улың Урал, ҡыҙҙарың Сәлимә, Әлфинә, киленең Земфира, кейәүҙәрең Илдар, Морат, Татьяна.