Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә лә тыуған ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ - һеңлебеҙ, апайыбыҙ, әбейебеҙ, ҡәйенһеңле, балдыҙыбыҙ СОБХАНҒОЛОВА (ИШЕМБӘТОВА) Мәрғизә Рамазан ҡыҙын күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡыш һыуығында тыуып та, тормошта яҙ һылыуы булып балҡып йәшәгән, наҙлы ҡарашың, матур һүҙең менән нурлы ҡояш кеүек йәнебеҙҙе йылытҡан, күңелебеҙгә ҡанат ҡуйған ҡәҙерлебеҙ ул беҙҙең! Бала һәм туған йәнле булыуы, уңғанлығы уның булмышының бер сағылышы. Әҙәплелек, изгелек, иғтибарлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттар айырып тора уны. Ауылдаштарыбыҙҙың кесе-олоһоноң һәм туғандарыбыҙҙың хөрмәтләп, яратып тороуы ла, һинең изге күңелле, кешелекле булыуың тураһында һөйләй. Бөгөнгө көндә лә эшһөйәр, тәүәккәл булыуы, маҡсаттар ҡуйып йәшәй белеүе беҙҙе ғорурландыра, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Бәрәкәтле донъяның һәр көнөнә ҡыуанып, тормоштоң йәмен-тәмен белеп йәшәй ҡәҙерлебеҙ. Беҙ бик бәхетле шундай туғаныбыҙ, апайыбыҙ булыуына. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған йөрәгең, сабыр холҡоң, беҙгә булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда баш эйәбеҙ. Һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, ныҡлы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты! Ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ, балдыҙыбыҙ! Һин донъяла беҙҙең өсөн иң затлы, ҡәҙерле кеше. Киләсәктә һиңә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, күңел көрлөгө, бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине бик яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Киләсәк көндәреңдә Хоҙай Тәғәлә балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына төрөнөп бәхетле ҡартлыҡ насип итһен.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Фроза, Фәнүзә, еҙнәләрең Мөхтәр, Низам, һеңлеләрең Ғәлиә, Фариза, кейәүҙәрең Мөхәрәм, Салауат, ҡустыларың Уйылдан, Рәсүл, Ғәрифйән, килендәрең Минзәлә, Миләүшә һәм беҙҙең балалар, ейән-ейәнсәрҙәр.