Бөтә яңылыҡтар

НАСИРОВ Нияз Минияр улына һәм ЯҠУПОВА Айһылыу Илшат ҡыҙына

Ҡәҙерлеләребеҙҙе ғүмерҙәренең күркәм байрамы - туй тантанаһы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, пар аҡҡоштарҙай оло мөхәббәт теләйбеҙ! Бер берегеҙгә яҡын, ҡарап туймаҫлыҡ йәр булығыҙ! Ғүмер буйына етәкләшеп бер һуҡмаҡтан атларға, һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Бергә үтер юлығыҙ яңы яуған ҡарҙай, муйыл сәскәһеләй аҡ, ынйылай саф, хыялдарығыҙ ҡанатлы ҡош булһын. Күңелегеҙҙе һәр саҡ һөйөү уты йылытһын, йөҙөгөҙ бәхет нурынан балҡыһын. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, татыу булһын. Туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, мул, бәхетле тормошта ғүмер итегеҙ. Байрамдар күп был тормошта,Туй булһын берәү генә!Тормошоғоҙ булһа икән,Сәсәк кенә, гөл генә!Туй көнөгөҙ һеҙҙең ҡотло булһын,Күтәренке булһын күңелдәр!Гел йылмайып, бәхет-шатлыҡ менәнТигеҙлектә үтһен ғүмерҙәр!Бәхетегеҙ ғүмерле, ғүмерегеҙ бәхетле булыуын теләп ҡартатайығыҙ Идик, ҡартинәйегеҙ Рәйсә, атайығыҙ Илшат, әсәйегеҙ Ильвира, Гөлназ, Ильяс, Айбулат-Айгөл, Айнур, Илүзә, Наилә-Владимир, Алтынбаевтар, Буранғоловтар.

Ҡәҙерлеләребеҙҙе ғүмерҙәренең күркәм байрамы - туй тантанаһы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, пар аҡҡоштарҙай оло мөхәббәт теләйбеҙ! Бер берегеҙгә яҡын, ҡарап туймаҫлыҡ йәр булығыҙ! Ғүмер буйына етәкләшеп бер һуҡмаҡтан атларға, һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Бергә үтер юлығыҙ яңы яуған ҡарҙай, муйыл сәскәһеләй аҡ, ынйылай саф, хыялдарығыҙ ҡанатлы ҡош булһын. Күңелегеҙҙе һәр саҡ һөйөү уты йылытһын, йөҙөгөҙ бәхет нурынан балҡыһын. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, татыу булһын. Туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, мул, бәхетле тормошта ғүмер итегеҙ.

Байрамдар күп был тормошта,

Туй булһын берәү генә!

Тормошоғоҙ булһа икән,

Сәсәк кенә, гөл генә!

Туй көнөгөҙ һеҙҙең ҡотло булһын,

Күтәренке булһын күңелдәр!

Гел йылмайып, бәхет-шатлыҡ менән

Тигеҙлектә үтһен ғүмерҙәр!

Бәхетегеҙ ғүмерле, ғүмерегеҙ бәхетле булыуын теләп ҡартатайығыҙ Идик, ҡартинәйегеҙ Рәйсә, атайығыҙ Илшат, әсәйегеҙ Ильвира, Гөлназ, Ильяс, Айбулат-Айгөл, Айнур, Илүзә, Наилә-Владимир, Алтынбаевтар, Буранғоловтар.
Читайте нас: