Стэрлебаш шишмэлере
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
8 Февраль 2019, 13:40
ҒҮМӘРОВ Юрис Мәүлийәр улына
Әмир ауылында ғүмер кисереүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ ҒҮМӘРОВ Юрис Мәүлийәр улын 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ғәҙел, сабыр, тыйнаҡ, ярҙамсыл, һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, киң күңелле булғаның өсөн хөрмәт итәбеҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле, оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Ҡунаҡсыл, йәмле өйөбөҙҙән туғандарыбыҙ өҙөлмәһен. Бергә-бергә шулай матур итеп ғүмер йылдарын һүтергә, пар ҡанаттар булып оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Маңлай һырың, сал сәстәрең һөйләй Егет башы күпме күргәнде. Ҡулдарыңдан килһә, зиһенде лә Биреп барыр инең бурысҡа. Йылдар үткән һайын һөнәрең арта, Шаҡ ҡатабыҙ һинең был эшкә. Беҙгә ҡалһа, атай, Теләктәр йәл түгел. Эй, теләйбеҙ һиңә теләкте, Иҫәнлектәр бирһен, Хоҙай һаҡлаһын Күпте күргән изге йөрәкте. Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ризида, балаларың Лиана-Фидан, Гөлшат-Нурғаян, ейән-ейәнсәрҙәрең Линар, Асҡар, Алһыу, Азалия, Айзилә.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?