Ҡәҙерле кешебеҙ - ғаилә дуҫыбыҙҙы күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы тормошоңда сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар, оҙон ғүмер, йән тыныслығы теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай көслө, тормош һөйөүсән булып ҡал. Тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын. Беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн һин ысын мәғәнәһендә дуҫ. Аҡыллы кәңәштәрең, ярҙамың өсөн рәхмәт. Киләсәктә туғандарыңдың ихтирамын тойоп, үҫтергән балаларыңдың хәстәренә төрөнөп, уларға терәк булып, ейән-ейәнсәрҙәреңә ҡәҙерле өләсәй булып матур ғүмер кисерергә яҙһын.
Ғүмер юлдарың матур булды
Яҙһын һиңә тағы оҙаҡ йылдар
Шатлыҡ-бәхеттәрҙә йәшәргә.
Ҙур уңыштар һиңә юлдаш булһын
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән Нәсимә һәм МиңлеғаянТәтегәсовтар.