Бөтә яңылыҡтар

ӘҺЛИУЛЛИНА Мөнирә Йәһүҙә ҡыҙына!!!

Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан барлыҡ матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин беҙҙең өсөн һәр ваҡыт оло йәнле, киң күңелле, ярҙамсыл кеше, таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йәшәү өлгөһө. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыбыҙҙың, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәттәре күреп, оҙон оҙаҡ бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип булһын. Кешелекле бит һин, изге йәнле, Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға. Һинән ғәзиз кеше бармы икән, Беҙ бәхетле һинең яныңда. Яҡты көндөң һәр бер иртәһе Килһен һиңә ҡояш, нур булып. Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын, Ҡыуаныстар килһен урғылып. Шатлыҡ-һөйөнөстәр ташламаһын, Ҡайғы-хәсрәт ҡапҡа ҡаҡмаһын. Хоҙай һине бары беҙҙең өсөн Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаһын. Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Йәүҙәт, балаларың Рәил- Гүзәл, Ревиль, Азамат, ейәндәрең Искәндәр, Хәсән, Йософ.

Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан барлыҡ матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин беҙҙең өсөн һәр ваҡыт оло йәнле, киң күңелле, ярҙамсыл кеше, таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йәшәү өлгөһө. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыбыҙҙың, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәттәре күреп, оҙон оҙаҡ бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип булһын.

Кешелекле бит һин, изге йәнле,

Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.

Һинән ғәзиз кеше бармы икән,

Беҙ бәхетле һинең яныңда.

Яҡты көндөң һәр бер иртәһе

Килһен һиңә ҡояш, нур булып.

Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,

Ҡыуаныстар килһен урғылып.

Шатлыҡ-һөйөнөстәр ташламаһын,

Ҡайғы-хәсрәт ҡапҡа ҡаҡмаһын.

Хоҙай һине бары беҙҙең өсөн

Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаһын.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Йәүҙәт, балаларың Рәил- Гүзәл, Ревиль, Азамат, ейәндәрең Искәндәр, Хәсән, Йософ.


Читайте нас: