БАЯЗИТОВ Рәйес Зәки улына
Ҡәҙерле ағайыбыҙҙы матур байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Донъялағы барлыҡ яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, барыбыҙға ла хәстәрлекле булғаның өсөн рәхмәтлебеҙ. Хоҙай һине һаулыҡтан, йән тыныслығынан айырмаһын. Киләсәктә беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде биреп, туғандарыңдың һәм яҡындарыңдың изгелеген күреп, бер-беребеҙгә таяныс булып, балаларығыҙҙың шатлыҡтарын күреп, бөгөнгөләй оло хөрмәткә төрөнөп йәшәргә насип булһан.
60 йәш бит әле матур ғүмер,
Борсолма һин килгән ҡартлыҡҡа.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Ҡалған ғүмер үтһен шатлыҡта.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр.
Оҙон ғүмер, яҡты, матур тормош -
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр.
Ҡотлау менән атайың, һеңлеләрең Зөлхизә, Әлфиә, туғандарың Айҙар, Эльмира, Алмаз, Сабина.