Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 87 йәше тулыу һәм атайыбыҙ, олатайыбыҙ Лазим Абдулла улы менән 67 йыл бергә тигеҙ, татыу ғүмер кисереүҙәре уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Улар алты балаға ғүмер биреп, үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙы. Һеҙгә булған рәхмәттәребеҙ икһеҙ-сикһеҙ. Һеҙҙең кеүек сабыр, миһырбанлы, саф күңелле кешеләр һирәктер. Һеҙ беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ һәм яҡлаусыбыҙ ҙа. Ҡәҙерлеләребеҙ һеҙгә оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ, балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Сәсегеҙгә бәҫтәр ҡунһа ла,
Һеҙ бөгөн дә әле йәш беҙгә.
Бәхет-шатлыҡтарҙа, һаулыҡта
Йәшәгеҙ һеҙ парлап гел бергә.
Йортобоҙҙоң алтын йоҙағы һеҙ,
Һеҙ булғанға донъя йәмлерәк.
Йәшәгеҙ иҫән-һау, ғүмерле булып,
Кәрәк һеҙ беҙгә, бик кәрәк.
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ Ғәзинур, Риф, Хәлил, Хәлит, ҡыҙығыҙ Гөлзиә, кейәүегеҙ Радик, килендәрегеҙ Мәрзиә, Гөлсөм, Фәһимә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.
Стәрлетамаҡ-Нижневартовск-Йәлембәт.