ӘҺЛИУЛЛИН Йәмил Закир улына
Ҡәҙерлебеҙҙе 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Донъялағы барлыҡ яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, бөтәбеҙгә лә иғтибарлы булғаның өсөн рәхмәтлебеҙ. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, һаулыҡтан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде биреп, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Яҡты көндөң һәр бер иртәһе Килһен һәр саҡ көләс йөҙ булып. Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын, Ҡыуаныстар торһон урғылып. Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы, Бәхет нуры һис тә китмәһен. Шат йылмайып ҡаршы ал һин Ғүмереңдең һәр бер иртәһен. Ҡотлау менән Әһлиуллиндар, Кинйәбулатовтар, Тойғоновтар һәм уларҙың балалары. Стәрлебаш-Наумовка.