(1178) ЯҠУПОВА Миникамал Насибулла ҡыҙына
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙҙе тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҙур тормош юлында ниндәй генә һынауҙар үтергә, эштәр башҡарырға тура килмәгән һиңә. Һуғыш осоро йылдарында йәшләй генә тракторға ултырып, алһыҙ-ялһыҙ баҫыуҙарҙа иген дә үҫтергәнһең, артабан фермала тир түккәнһең. Бынан тыш ғаилә ҡороп, атайыбыҙ менән балалар үҫтергәнһегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә ярҙам иттегеҙ. Ғүмереңдең гүзәл байрамында күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе: ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, донъя ҡыуаныстары, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Тырышлығың, тәрбиәң, изге күңелең, хәстәрлектәрең өсөн һиңә оло рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә терәгебеҙ, йортобоҙҙоң ҡото булып, изгелектәребеҙҙе күреп йәшәргә яҙһын.
Йәшәү терәге һин беҙҙең өсөн,
Кешелегең менән үрнәк һин.
Хоҙай һиңә оҙон ғүмер бирһен,
Беҙҙең өсөн мәңге кәрәк һин.
Насип булһын артабан да йәшәү
Бар шатлығын, бәхет һәм рәхәтен
Был донъяның татып, ҡыуанып.
Ҡотлау менән балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, 14 бүлә-бүләсәрең, 2 тыуа-тыуасарың.