Бөтә яңылыҡтар

ҠАРАМЫШЕВ Мөхәмәтйән Ғәлимйән улына

ҠАРАМЫШЕВ Мөхәмәтйән Ғәлимйән улына Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙҙы 80 йәшлек оло юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һин оҙаҡ йылдар Киров исемендәге колхозда механизатор булып эшләп, ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙандың. Фиҙаҡәр хеҙмәтең күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Бөтәбеҙ өсөн дә һин үрнәкле ғаилә башлығы, балалар өсөн яратҡан атай, олатай. Атай, донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда баш эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәк-таяныс булыуҙан килә. Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың игелектәрен күреп, терәк-таяныс, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Бөгөнгөләй көслө рухлы, уңған, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл булып ҡал. Киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, бәхет һәм ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын. Балаларыңдың изгелеген күреп, яҡындарыңа терәк булып, һөйөнөп йәшәргә яҙһын. Күпме булһа ерҙә изге теләк – Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да. Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын Тыуған көндөң һәр бер таңында. Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар Изгелектәр булып ҡайтһындар. Тыуыр таңдар алып килһен һиңә Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар! Изге теләктәр менән тормош иптәшең Миниса, балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, туғандарың.

ҠАРАМЫШЕВ Мөхәмәтйән Ғәлимйән улына

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙҙы 80 йәшлек оло юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һин оҙаҡ йылдар Киров исемендәге колхозда механизатор булып эшләп, ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙандың. Фиҙаҡәр хеҙмәтең күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Бөтәбеҙ өсөн дә һин үрнәкле ғаилә башлығы, балалар өсөн яратҡан атай, олатай. Атай, донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда баш эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәк-таяныс булыуҙан килә. Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың игелектәрен күреп, терәк-таяныс, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Бөгөнгөләй көслө рухлы, уңған, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл булып ҡал. Киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, бәхет һәм ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын. Балаларыңдың изгелеген күреп, яҡындарыңа терәк булып, һөйөнөп йәшәргә яҙһын.

Күпме булһа ерҙә изге теләк –

Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Тыуған көндөң һәр бер таңында.

Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар

Изгелектәр булып ҡайтһындар.

Тыуыр таңдар алып килһен һиңә

Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!

Изге теләктәр менән тормош иптәшең Миниса, балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, туғандарың.
Читайте нас: