Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде:
- Зәбиров Айрат Закир улы -«Күндерәк» хужалығы баш зоотехнигы;
- Ҡорбанғәлиев Ғафур Мөхәмәтвәли улы - «Заря» йәмғиәте директоры.
Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
- Абдуллин Рим Нәсибулла улы - «Арыҫлан» йәмғиәте водителе;
- Әлимбаев Альберт Рифат улы - «Нур» АФ» йәмғиәте механизаторы;
- Әсфәндиәров Илнур Шамил улы - Матросов исемендәге хужалыҡ механизаторы;
- Ғәфиев Рәфис Йәүҙәт улы -«Правда» АФ» йәмғиәтенең баҫыусылыҡ буйынса хисапсыһы;
- Дудин Юрий Петрович -«Заря» йәмғиәте автоэлектригы;
- Иҫәнбәтов Сәмерхан Хәлит улы - Ленин исемендәге хужалыҡ механизаторы;
- Мусин Йәсир Абдулла улы - «Альянс» йәмғиәте механизаторы;
- Сәғҙәтгәрәев Тәлғәт Таһир улы - «Урожай» йәмғиәте бригадиры;
- Самарина Тамара Кашаф ҡыҙы - «Күндерәк» йәмғиәтенең баш бухгалтеры;
- Туҡтаров Ильяс Рәфҡәт улы - БР «Центральная» МТСы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Миәкә филиалы водителе;
- Хәбетдинов Раян Тәлғәт улы - «ТОЛПАР» йәмғиәте тракторсы-машинисы.
Күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәттәре, ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн һәм «Һабантуй-2018» халыҡ байрамы уңайынан район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
- Баһауетдинов Рәсима Зайнулла ҡыҙы - «Правда» АФ» йәмғиәтенең машина менән һыйыр һауыу операторы;
- Жакенов Радик Серкалеевич - «ТОЛПАР» йәмғиәте механизаторы;
- Ишембәтов Тәлғәт Шафиҡ улы - «Ҡабыҡҡыуыш» йәмғиәте механизаторы;
- Кирәева Зимфира Нурфәйез ҡыҙы - БР «Центральная» МТСы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Миәкә филиалы Стәрлебаш бүлексәһенең машина менән һыйыр һауыу операторы;
- Мораҙымов Иҙрис Мөҙәрис улы - «Күндерәк» хужалығы механизаторы;
- Мөхәмәтйәрова Лилиә Тәлғәт ҡыҙы - «Ника» йәмғиәте директоры («Амазонка» кафеһы).
Яҙғы баҫыу эштәрен иң яҡшы агротехник ваҡытта һәм юғары сифатлы үткәргәндәре өсөн хужалыҡтар араһында иң яҡшылары тип танылды:
- беренсе урын - Ленин исемендәге хужалыҡ коллективы (рәйесе - Ю.Ю.Синәғолов, баш агрономы В.М.Ҡорбанғәлиев);
-икенсе урын - «Заря» йәмғиәте коллективы (директоры Ғ.М.Ҡорбанғәлиев, баш агрономы Л.Ф.Хәлитов);
- өсөнсө урын - «Нур» АФ» йәмғиәте коллективы (директоры Р.Р.Яуышев, баш агрономы Н.Р.Мөштәриев) һәм Матросов исемендәге хужалыҡ (рәйесе И.Г.Хәлитов, баш агрономы И.Х.Рәхимов).
Ағымдағы йылдың биш айлыҡ эш йомғаҡтары буйынса малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә иң яҡшылары тип танылды:
- беренсе урын - «Күндерәк» хужалығы коллективы (управляющийы Д.Г.Кардава);
- икенсе урын- «Урожай» йәмғиәте коллективы (директоры Р.Р.Ғәскәров);
- өсөнсө урын - «Правда» АФ» йәмғиәте коллективы (директоры А.В.Дерябкин).
Күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәттәре, ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн һәм «Һабантуй-2018» халыҡ байрамы уңайынан район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдылар:
- Ишембәтов Заһир Тимербай улы - «Ҡабыҡҡыуыш» йәмғиәте иретеп-йәбештереүсеһе;
- Ким Наталья Алексеевна - «Урожай» йәмғиәте хисапсыһы;
- Мәжитова Раушания Минибай ҡыҙы - «Нур»АФ» ашнаҡсыһы;
- Моратов Альбирт Әҙелбай улы - Ә.М.Бикташева КФХ механизаторы;
- Насиров Салауат Зөфәр улы - Стәрлебаш район ветеринар станцияһының Иҫке Ҡалҡаш ветеринар пункты мөдире;
- Рәжәпов Юрис Зәкәриә улы - И.Т.Моратов КФХ механизаторы;
- Сәғетдинов Рим Кәрим улы - Матросов исемендәге хужалыҡ механизаторы;
- Садиҡов Айнур Мансур улы - Ленин исемендәге хужалыҡ механизаторы;
- Сәйәғфәров Радмил Әсәҙулла улы - «Альянс» йәмғиәте механизаторы;
- Фазлыев Вадим Рәүис улы - «Арыҫлан» йәмғиәте тракторсыһы.
Намыҫлы һөҙөмтәле хеҙмәттәре, юғары етештереү күрһәткестәре өсөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр:
- Кардава Дато Гивиевич - «Күндерәк» хужалығы учредителе;
- Насиров Кинйәбулат Ғәли улы - «Заря» йәмғиәте водителе;
- Яхин Илдус Хәмиҙулла улы - Ленин исемендәге хужалыҡ механизаторы.
Күп йыллыҡ хеҙмәттәре, райондың ауыл хужалығын үҫтереүгә шәхсән өлөш индергәндәре өсөн РФ Дәүләт Думаһы депутаты Р.Р.Ишһариндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде:
- Тюмин Василий Евгеньевич - шәхси эшҡыуар, «В.Е.Тюмин» КФХ башлығы.