«Шоңҡар»ҙар. Башҡорт Ҡоролтайына яңы рәйес килеп, унда халыҡ йөрәген йылытырҙай хәрәкәт тойолоуы һәр яңылыҡты һағайып ҡабул итергә күнегеп киткән йәмәғәтселектә ыңғай үҙгәрештәргә өмөт тыуҙырҙы. Ошо ҡалҡынып килгән һағым әлеге әңгәмә аша тағы ла нығыраҡ таралһын тигән теләктәбеҙ. Беренсе һорау, самауыр тигәс, иң тәүҙә күҙ алдығыҙға нимә баҫа?
Данир Ғәйнуллин. Ауыл. Шыжлап торған самауыр, ололар иҫкә төшә. Үҙебеҙҙең олатай-өләсәйҙәргә ҡасан барма, самауырҙары борхоп ултырҙы, табындары мул булды, беҙҙе, ейәндәрен, матур итеп һыйлап ҡаршы ала торғайнылар. Ә әсәйҙәргә самауыр бик эләкмәне. Эштән ҡайтып инмәгән колхозсыларға тиҙ ҡайнаған сәйнүк таман ине.
«Шоңҡар»ҙар. Ә хәҙер үҙегеҙгә самауыр сәйе эләгәме?
Данир Ғәйнуллин. Самауыр сәйен эсәбеҙ беҙ, аманатҡа ҡалған самауырҙы килтереп ҡуйҙым. Электән шәхси йортта йәшәйем, ишек алдында башы ҡаплы урындығым бар. Йәй етһә, дуҫтар-туғандар килгәндә, шуның уртаһына самауыр ултыртабыҙ. Археологик ҡаҙыныуҙарға йөрөгәндә, башҡорт-мадьяр, башҡорт-инглиз экспедицияларын ойошторғанда ла самауырһыҙ булмай.
«Шоңҡар»ҙар. Мадьяр тигәндән, уларҙа самауыр бармы икән?
Данир Ғәйнуллин. Юҡ, ҡулланмайҙар, ғөмүмән, ашау-эсеүҙәре беҙҙекенән башҡа. 2002 йыл булдымы икән, Бөрө ҡәберлеген ҡаҙҙыҡ. Йоҡлаған ер ҙә боронғо зыярат өҫтөндә, етмәһә, бер яғы кеше йөҙө һымаҡ итеп ырылған кәкре ағас та ултыра ине. Шомло йоҡлата, егеттәр, ҡорбан салайыҡ, тинем. Һарыҡ алып килдек, һуя башлағайныҡ, венгрҙар тайҙы, мал һуйғанды күргәндәре юҡ икән, күтәрә алмайҙар. Матис тигән фотохудожник, профессор Атилла Тюрк үҙе, тағы бер-нисәүһе генә ҡалды. Беҙҙең ҡорбан салғанды ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, фотоға төшөрҙөләр. Кис тегеләргә шашлыҡ, былау бешерҙек. Улар, ғәҙәттәгесә, Новосибирск, Төмән, Силәбелә экспедицияла булып, шунан беҙгә килгән ине. Эх, матур йәшәйһегеҙ, башҡорттар, тинеләр. Бүтән ерҙә беҙгә тушенка ла сгущенка ашаталар. Ә һеҙҙә, ҡасан килмә, ит тә һурпа, тиҙәр. Башҡа Рәсәй халыҡтары менән сағыштырғанда, беҙҙең менталитет икенсе шул.
«Шоңҡар»ҙар. Шунан йоҡо арыуландымы һуң?
Данир Ғәйнуллин. Ҡорбан салғас, йоҡо һәйбәтләнде. Аҙаҡ Николай тигән археолог һарыҡты аҫып тунаған ҡайын мариҙарҙың изге ағасы булыуын әйтте. Белһәк теймәҫ инек, икенсе яҡтан, ул шулай уҡ тәбиғәткә ҡорбан килтерә торған йола урыны булғас, зыян булмағандыр тип уйлайым.
«Шоңҡар»ҙар. Беҙҙең халыҡ мариҙарҙы сирмеш тип йөрөткән. Уларҙың да теле, венгрҙарҙыҡы һымаҡ, фин-уғыр төркөмөнә инә бит?
Данир Ғәйнуллин. Экспедицияларҙа мариҙар венгрҙарға, беҙ һеҙҙең менән ҡәрҙәш тип, килеп ҡарай, мадьярҙар уларҙы бик яҡынлатмай. Беҙгә башҡорттар нығыраҡ туған, IX-Xбыуатта ошо тирәлә бергә формалашҡанбыҙ, бергә Европаны яулағанбыҙ, яугирлығыбыҙ ҙа күберәк башҡорт халҡынан, тип фекер йөрөтәләр. Хәҙер фәндә лә яңы ҡараш нығына, фин-уғыр телдәре тимәйҙәр, фин телдәрен айырым, уғыр телдәрен айырым классификациялайҙар.
«Шоңҡар»ҙар. Мадьяр, венгр, француздар менән осрашаһығыҙ. Башҡорттоң боронғо халыҡ икәнен аңлайҙармы улар?
Данир Ғәйнуллин. Аңлайҙар. Венгрҙар туғанлыҡты ла белә. Яңыраҡ Атилланан ҡыҙыҡ хат килде, боронғо венгр ҡәберлектәрендәге гаплогруппалары менән бөгөнгө башҡорт гаплогруппаһы тура килә икән. Бөтә башҡорттарҙыҡы түгел, Стәрлетамаҡҡалаһынан көньяҡҡа, Ырымбурға төшкән һыҙат буйлап. Мин уға күптән әйтәм, бүтән ерҙән эҙләмә, тамырығыҙ – юрматы тип, ысынлап шулай булып сыҡты. Уларҙың араһында дьярматтар бар бит инде.
«Шоңҡар»ҙар. Бала саҡтан тарихсы булырға теләнегеҙме?
Данир Ғәйнуллин. Ауыл хужалығы институтын бөтөрөп, колхоз рәйесе булып ҡайтырмын да, ауылдаштарҙы рәхәт йәшәтермен тип хыялландым. Хатта Сөмбөл – баш бухгалтер, Азамат – парторг, береһе агроном, икенсеһе зоотехник булыр тип, ете класташыма ла вазифа әҙерләп бөткәйнем J.
«Шоңҡар»ҙар. Шул ваҡытта уҡ стратегия булған бит! Халыҡҡа хеҙмәт итәм тип йөрөгәнһегеҙ!
Данир Ғәйнуллин. Олатайым һөйләгәндәрен тыңлай торғас, тарих менән ҡыҙыҡһынып киттем. Ауылыбыҙ эргәһендә Өсуба тигән әүлиәләр ҡәберлеге бар. Ололар һөйләүенсә, төн етһә, шунан тәңкә сылтыратып ҡыҙҙар Ашҡаҙарға һыуға төшә, таңға табан кире күтәрелеп китәләр, ти. Берәйһенең аты ауырыһа ла, Өсубаға алып барып, түңәрәтеп йөрөтәләр, шулайтһаң ат йүнәлеп китә инде. Әсәйемдәр бала саҡта ул убаларҙың метр-метр ярым бейеклектәге таш уратмаһы ла булған. Олатайым унда бик боронғо, бәһлеүән кәүҙәле батырҙар ята, ти торғайны. Ҡылыстары, ҡоралдары, алтындары менән ҡуша күмелгәндәр, ти. Ул байлыҡты алыр өсөн Өсуба уртаһына көл һибеп, нимә эҙе күренә, шуны ҡорбан итеп салырға кәрәк, ти. Көл һипкәндә һәр ваҡыт кеше эҙе ҡалған, ә мосолман кешене ҡорбан итә алмағас, бер кем дә уға яҫҡынмаған. Ә беҙҙең әллә ниңә ҡул ҡысыны. Рәмзил Ишһарин, Фәтих Ҡолһариндар, тағы бер нисә дуҫ киттек Өсубаға. Көл һибеп торманыҡ, бер убаны ҡаҙҙыҡ, һөйәктәргә еткәнсе. Көрәк менән щетка ла алғайныҡ, археолог эшен әҙерәк беләбеҙ, таҙарта ғына башлағайныҡ, елкә төбөнә “шаҡ” бер таяҡ! Ырғып торһам, егеттәр ялан буйлап таралған. Баҡһаң, ауыл ҡарттары беҙҙе аңғарып ҡалған. Ҡаҙғанды кире күмдерҙеләр, убаға бүтән яҡынламаҫҡа ҡуштылар. Арҡа арыу ғына һыҙлап торҙо инде.
«Шоңҡар»ҙар. Дөрөҫ һыҙлағандыр тип уйлайбыҙ. Әле ул тауға тейәләрме?
Данир Ғәйнуллин. Уның дауамы бар. Өфөләге беренсе һанлы интернат-мәктәпте тамамлағас, тарих факультетына индем. Унда иң беренсе археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов менән таныштым. Ашханала бер оло ағай иҙәнгә төшкән асҡысын эҙләй ине, табып бирҙем. Ҡайҙанһың, ти, беренсе интернаттан тигәс, мин дә шунда уҡыным тип, кафедраһына саҡырҙы, үҙенә специализацияға алды. Бер йыл уҡығас, баяғы Өсуба иҫкә төштө. Ағайҙан шунда ҡаҙыныу эшенә ҡайтырға буламы, тип һораным. Аспирант Флорид Сөнәғәтов менән бар тигәс, курсташым Буранбай Ильясовты ла алып, киттек. Трактор менән сиҙәмен алдырттыҡ, ысынлап, ләхеттәр килеп сыҡты, ҡаҙырға тотондоҡ. Һөлдәләрҙе сығара башлағас, ғүмерҙә күрмәгән дауыл сыҡты. Беҙ щетка менән ҡаҙып торабыҙ, ел кире күмеп тора. Флоридтың күҙенә сүп төштө. Медпунктҡа уны саҡ алып барҙыҡ, ғәрәсәт кискә генә туҡтаны. Ҡурғандан ун ике һөлдә таптыҡ. Өҫкө ҡатламда баҡыр быуат ваҡытындағы бура мәҙәниәтеҡәберлектәре булып сыҡты. Кешеләрҙе ҡырын һалып, аяғын әҙерәк бөкләп, өҫтөнә бура ҡороп күмгәндәр. Беҙҙең эраға тиклемге XII-X быуатта йәшәгәндәрҙең һөйәктәре. Тәрәнерәк төшкәс, шул уҡҡурғандарҙа сармат ҡәберлектәренә юлыҡтыҡ. Һирәк-һаяҡ ерек ағастары менән уратылған ҡәберҙәрҙә, ысынлап, бәһлеүәндәр ята ине. Һөйәктәренең оҙонлоғо ғына ла метр ҙа һикһән биш сантиметр тирәһе, эре, ап-аҡ һөлдәләр, тештәре лә теүәл, эргәләрендә метр ҙа егерме сантиметр оҙонлоҡтағы тимер ҡылыстар, боттары араһында баҡыр, тимер һәм көмөшләнгән уҡ-башаҡтар ята. Ҡылысты ҡаҙып алдыҡ та, һоҡланып торабыҙ. Флорид, теймәгеҙ, тиҙерәк елем менән ҡаплар кәрәк, юғиһә ыуалып төшә, ти. Юҡ инде, күтәреп алабыҙ тигәйнек, тимер ҡылыс ҡомға әйләнеп, ҡойолдо ла төштө. Баҡтиһәң, сәғәт-сәғәт ярымда тимер кислород менән реакцияға инә лә, күҙалдында юҡҡа сыға икән. Тимер хәнйәр ҙә, ҡылыстар ҙа әрәм булды. Ә баҡыр һәм көмөш уҡ-башаҡты алдыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡәберҙәре бигерәк бай булып сыҡты. Алтын сулпылар, көмөш көҙгөләр күн янсыҡтарға һалынған, хатта бәйләгән суҡтарына тиклем шул килеш. Ни өсөн тигәндә, алтын-көмөш эргәһендә әйбер нисә мең йыл ятһа ла, серемәй, мумиелана лаҡуя. Баш остарында – хушбуйҙар, үҙҙәре яһағандары ла, Ҡара диңгеҙ яғынан килтерелгәндәре лә бар. Хәҙер беҙгә хушбуй Франциянан килә, ә улар гректарҙан алған. Һауыт эсендә еҫле майҙар, бер яғында – ҡыҙыл, икенсе яғы һары, аҡ буяулы яҫы таштар, төрлө косметика… Боронғо сармат ҡатын-ҡыҙҙарының көмөш биҙәүестәрен, унға яҡын баш һөйәктәрен йыйҙыҡ. Ғәҙәттә, һөлдәне кире күмәбеҙ, ә баштарын анализға алабыҙ. Мин уларҙы ҡапсыҡҡа тултырып, кәзәнкәгә һалып ҡуйғайным, Суфия апайым әрләй, өйгә ингән һайын ишек аҫтынан кешеләр ҡарап ятҡан һымаҡ, ти. Ике сумкаға тыңҡыслап, автобуста Өфөгә киттем. Бөтә материалдарҙы археология кафедраһына тапшырҙыҡ. Ә баш һөйәктәрен антрополог Ринат Йосоповҡа илтер кәрәк. Бер матур ғына баш һөйәген шампунлап, щетка менән йыуып, тештәрен “Момент” елеме менән урынына ултырттым да, ятаҡ буйлап ҡыҙҙар ҡурҡытырға сыҡтым. Уйнап туйғас, Ринат ағайға алып барҙым инде, бөтәһен бергә тапшырҙым. Ике-өс аҙнанан, Данир килеп китһен тип, кафедраға шылтыратты. Баш һөйәктәре тулы лабораторияһына инһәм, теге йыуылған һөйәк башҡалары араһында ап-аҡ ята. Ағай ипләп кенә, Данир, һин яңы зыярат еренән ҡаҙманыңмы ул, яңылышманыңмы, тип һораша. Һеҙ нимә, Сармат ҡурғанынан ун ике баш килде, тием. Башҡалары менән сағыштыр әле, береһе ап-аҡ, яңыраҡ үлгән кешенекенә оҡшаған, ти. Йыуғанымды белгәс, үәт, сәбәке, ә мин был баш һөйәгенә ай буйы ҡырынҡарап йөрөнөм, тине. Шулайтып, теге ҡурғанды ҡаҙҙым. Бер нәмәһе аптыраҡ: олатайым унда батырҙар күмелгәнен, байлыҡтары булғанын ҡайҙан белде икән? Асып ҡаранылармы, улай тиһәң, ҡәберҙәр тейелмәгән ине.
«Шоңҡар»ҙар. Ә өрәккә ышанаһығыҙмы?
Данир Ғәйнуллин. Студент саҡта, Артур Иҙелбаевтар менән экспедицияла, Арҡайымда күргәйнем өрәкте. Унда мосолман зыяратын ҡаҙҙыҡ. Ҡайтып ятҡайныҡ, төндә килделәр миңә. Үәт, унда ҡурҡыуым! Иртәгәһенә, егеттәргә төндә минең арттан килделәр тинем дә, торҙом да йүгерҙем яланға. Беҙ ҡәберҙе ҡаҙа ла, күммәй ҡалдыра инек, ниндәй сүрә беләм, шуны уҡып, ҡәберҙәрҙе кире күмеп, көн эсендә бөтәһен дә рәтләп сыҡтым. Тик күңел тынысланманы, һорап ҡайтып киттем. Аҙаҡкүп экспедицияларҙа булдым, әруахтар башҡа борсоманы. Тормошомда осрағас, факт бар тип беләм, шулай ҙа өрәктәнҡурҡмайым.
«Шоңҡар»ҙар. Ә ауылығыҙҙың изге урынын ҡуҙғатыу кәрәк булдымы икән?
Данир Ғәйнуллин. Сармат ҡурғандарын ҡаҙғандан һуң ата-бабаларыбыҙ бында ҡайҙандыр килеп ултырмаған, борондан ошонда йәшәгән тигән һығымта яһаным. Беҙҙең яҡтарҙа һәр ауылда бер өс убанан торған ҡурған тора, Аллағыуат, Мостафа һәм беҙҙең ауыл эргәһендә. Уларҙан йыраҡ түгел – ауылдың зыяраты. Кеше элек-электән бер тирәгә күмгән, ул изге урын булған. Бында кешеләр баҡыр быуатта бер төрлө йәшәгән, иртә тимер быуатта сарматтар формаһында булған һәм VII-X быуаттарҙа башҡорт булып формалашҡан. Беҙҙең яҡта юрматылар йәшәй, уларҙың бер өлөшө Х быуатта венгрҙар араһына киткән, дьярмат булып, ә дьярмат һәм юрматы атамалары сарматтан килеп сыҡҡан тип самалайҙар. Тимәк, халыҡ булараҡ башҡорттар ошонда ғүмер баҡый йәшәгән. Килгән халыҡ, ғәҙәттә, урын-ергә бәйле легендаларҙы белмәй. Урыҫтар бит беҙҙәге боронғоҡаласыҡтарҙы “Шайтан ояһы” (“Чертово гордище”) ти ҙә ҡуя. Ә беҙҙекеләр, әүлиәләр, батырҙар ята, ти. Сөнки эҙмә-эҙлелек, быуындарҙың ерлеккә бәйле меңәр йылдарға һуҙылған хәтере бар. Урал тирәләп беҙгә тиклем дә күп халыҡтар йәшәгән, печенегтар, болғарҙар, башҡалар – улар юҡҡа сыҡҡан. Күптәре исемен алмаштырған, ҡаҙаҡтар ҡасандыр ҡырғыҙ тип аталған, татарҙар үҙҙәрен болғар тигән. Ҡайһы ҡәүемдәр ҡеүәтен юғалтҡан, мәҫәлән, нуғайҙар. Нуғай урҙаһы XIV-XVI быуатта ошо киңлектәрҙә иң көслөһө булған, Башҡортостан ерҙәренең дә яртыһынан күбен баҫып алған. Хәҙер улар бөтөп бара. Ә башҡорттар, дәүләтселектәре булмаһа ла, юғалмаған.
«Шоңҡар»ҙар. Дөрөҫөрәге, дәүләтселектәре классик формала булмағандыр, эйеме?
Данир Ғәйнуллин. Эйе, ул үҙенә күрә бер демократик рәүештә булған. Аҫабалыҡ хоҡуғы ла уникаль күренеш бит, һәр башҡорт общинаның хужаһы, хоҡуҡлы шәхес булараҡ Рәсәй дәүләте менән мөнәсәбәтте илселәр аша ҡорған. Шул батшалар булмауы, ҡоллоҡто белмәү, танымау, һәр кемде шәхес итеп ололау, хоҡуҡлы итеп ҡарау һаҡлағандыр, бәлки, халыҡты.
«Шоңҡар»ҙар. Тормошта йүнәлеш һайлауҙа кемдең йоғонтоһо көслө булды?
Данир Ғәйнуллин. Хәйләле олатайымдың. Уҡыта башлағас, Нияз Мәжитов миңә, һине бит бер оло кеше тәрбиәләгән, “Бисмилла” тип тороп китәһең, ололар һымаҡ йөрөйһөң, ти. Тәрбиәһе ныҡ булғандыр инде.
«Шоңҡар»ҙар. Ни эшләп хәйләле олатай тинегеҙ әле?
Данир Ғәйнуллин. Исламғол олатайым ауылдың тәүге комсомолецы, тракторисы, беренсе плуторка машинаны алыпҡайтҡан шоферы. Үҙе үлгәс кенә белдек: заманында ауыл советының да, колхоздың да мисәттәрен эшләп алып, аслыҡ мәлендә күп халыҡты ҡотҡарған. Ул биргән справка менән Стәрлетамаҡҡа йә башҡа ергә китеп, үлемдән ҡалғандар. Ҡурҡмаған, шулай йөрәкле булған. 1939 йылда төрмәгә эләккән, шофер булып эшләп, 1942 йылда штрафбат менән һуғышҡа киткән. Хәрби билет-фәлән юҡ, исемлек менән генә атакаға пушка ите итеп сығарғандар. Тотош эшелондан ун дүрт кенә кеше иҫән ҡалғас, Ватан һеҙҙе кисерҙе тип, хәрби билет биргәндәр. Исемлек яҙған муҡшы Рәжәпов Исламғолды Рыклов тип бутаған. 1944 йылға тиклем һуғышта йөрөп, һул ҡулын киҫтереп, бер аяғына яра алып, сикәһенә снаряд эләктереп иҫән ҡайта. Рыклов булып йәшәне. Балалары ла Рыклов булды.
«Шоңҡар»ҙар. Һәр кемдеңтормошонда артабанғы яҙмышын билдәләгән ваҡиғалар була. Ябай ауыл малайының күңелендә маҡсатлы сәм ҡасан уянды?
Данир Ғәйнуллин. Бала саҡта А. Македонский хаҡында һәм башҡа тарихи китаптарҙы яратып уҡыным. Уға оҡшатып, малай-шалайҙы йыйып Юрматы империяһы төҙөп алдым. Ҡылыстар юнып, һөңгөләр эшләнек, үҙемде Данир хан итеп иғлан иттем. Дуҫтарға Рәмзил бей, Фәтих бей тигән титулдар бирҙем. Тимер банка ҡапҡастарынан әтмәләнгән һайман кейеп, һөңгө,ҡалҡан тотоп, шалтырлап йөрөйбөҙ. Һауынсылар күреп көлгәндәр ҙә, Рәмзилдәрҙең күңеле төшкән. Ул наҙандар тарихты белмәй, тип саҡ тынысландырҙым. Башҡорт хандары булып уйнағандағы батырлыҡтарҙы дәфтәргә теркәп барабыҙ, һәр һуғыштың һүрәттәрен эшләйбеҙ, үҙебеҙ яҙған шул “Юрматы империяһының тарихы, батырҙары”н ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйбыҙ. Фантазиям уйнап торғандыр инде, ун йәш тирәһендә бәләкәйерәктәрҙе лә йыйып, себеш көткәндә, олатайым менән һуғышта бергә булдым, тип һөйләп ултыра торғайным.
«Шоңҡар»ҙар. Бей, хан тигән һүҙҙәрҙе олатайығыҙҙан ишеттегеҙме?
Данир Ғәйнуллин. Юҡ. Ул ваҡытта “Ағиҙел” журналында шәп романдар сыға торғайны, “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы”… Бала ғына килеш шуларҙы уҡығанмынсы...
«Шоңҡар»ҙар. Шунан Юрматы хан интернатҡа китте инде?
Данир Ғәйнуллин. Һигеҙенсе класты бөтөп, Өфөгә киткәндә, –үҙем эшләгән пушка, пулеметтарымды йыйып, Фәтихтеңҡустыһы Фәнүзгә ҡалдырҙым. Интернат тормошо бүтән, ҡыҙыулыҡты һыуыттылар, коллективизмға, сабырлыҡҡа өйрәттеләр. Спортҡа ылыҡтырҙылар. Агрономға уҡыйым тигән кеше, Марат Мөхәмәтйән улы Хафизовтың тарих дәрестәре йоғонтоһонда тарихсы булырға ҡарар иттем.
«Шоңҡар»ҙар. Барыбер тормошҡа ныҡлы ҡарашың баяғы аслыҡ иғлан иткән саҡта формалашҡандыр, моғайын?
Данир Ғәйнуллин. 1989 йылда милли хәрәкәт башланғас, Буранбай Ильясов менән төрлө ойошмаларға барып ҡараныҡ, әммә эштәренең һүҙҙән үтмәүе оҡшаманы. Үҙебеҙ тарихсыларҙы йыйырға булдыҡ. Тәүҙә Буранбай, мин, Урал Хисаметдинов, Әминә Яҡшыбаева (Уразова), Райман, Салауат Хәмиҙуллин – йәмғеһе һигеҙ кеше инек. Фәне менән булышһын тип, Артурға өндәшмәнек. Кемдер әйткән барыбер. Бүлмәгә Зәки Вәлидиҙең портретын элдек. Ойошманы русса “Союз башкирской молодежи” тип, шунан Буранбай тарихта “Иттифаҡ әл мөслимиә” тигән партия булған, иттифаҡ – союз, матур яңғырай тигәс, үҙебеҙсәһен “Башҡорт йәштәре иттифағы” тип атарға килештек. Гәзит мәсьәләһе баҫты. Сибайҙа типография бар тинеләр. Беренсе һанға бөтәбеҙҙә материал яҙҙыҡ. Әсәйең журналист, атайың филолог, әйҙә, һин бар тип, аҡса йыйылышып, Артурҙы Сибайға оҙаттыҡ. Бер заман, Өфө-Сибай поезын гөрләтеп, гәзит тейәп, Артур ҡайтып төштө, поезда ла һата-һата килгән. “Аҡтирмә”нең дә, “Урал” халыҡ үҙәгенең дә баҫма матбуғаты юҡ ине, ә йәштәр ойошмаһы гәзит сығарып тарата башланы. Тематикаһы: суверенитет яулау, башҡорт тарихы, телде һаҡлау. Популярлыҡ артты, йәштәр туплана башланы. Ҡыҙыҡлы хәрәкәт китте, башҡорт филологияһы факультетында Рөстәм Рәжәпов комсомол секретары ине, ул комсомол ойошмаһы тарҡалды тип сығыш яһаны, мин Башҡорт йәштәре иттифағын иғлан иттем. Яңы ойошма вуздар, райондар буйлап китте.
«Шоңҡар»ҙар. Иттифаҡ беҙгә яңы һүҙ кеүек тойолманы, шулай булырға тейеш һымаҡ ине.
Данир Ғәйнуллин. Иттифаҡ әүҙем йәштәрҙе берләштерҙе. IV-V курста тормош митингыла үтте. Карауат аҫтарында төрлө транспаранттар ятты. Мәҫәлән, береһе “Рахимов, я тебя не понял!” тип аталһа, икенсеһендә “Рәхимов менән бергә!” тип яҙылған. Ҡайһы мәсьәләлә беҙ ололарҙы ла, власты ла яҡланыҡ, ҡай саҡта ҡаршы сыҡтыҡ. Ғүмерҙә беренсе тапҡыр башҡорт президентын һайларға дәртләнгәндә, ҡапыл датаһын күсерҙеләр, был беҙҙең өсөн трагедия булды. Протест күрһәтеп,телеүҙәкте штурмларға хәл иттек. Бер кистә төрлө уҡыу йорто егеттәре БДУ ятағында йыйылып “Башҡорт халҡына мөрәжәғәт” яҙҙыҡ. Йәнәһе, телеүҙәкте алғас, Башҡорт хөкүмәтен иғлан итеп, был власть эшләй алмай тип, идаралыҡты ҡулға алабыҙ. Мөрәжәғәтте шунда уҡ бүлмәләргә таратып, ятып йоҡланыҡ. Беҙҙең бөтөнләй киҫкен план да бар ине, ятаҡтың иҙәне аҫтында – хәрби кафедраның келәте, шуны емерергә, ләкин кемдер берәү, аҡыллы кеше әйтте, ҡорал менән булышмайыҡтип. Икенсе көндө киттек штурмға, беҙгә шунда эшләгән апайҙар “Егеттәр хоры” тигән пропуск йүнләгәйне. “Йыр яҙҙырырға” ун биш кеше инергә тейешбеҙ. Ҡоралһыҙ, бер нәмәһеҙ. Артурҙың төркөмө, илле кеше, беҙҙең арттан бәреп инеп, һаҡсыларҙыҡулға алырға тейеш, улар артынан биш йөҙләп студент телеүҙәкте балдаҡҡа алып, Омонды үткәрмәй тип килешелгән. Барып индек, тик уйлағанса тура килтерә алманыҡ, артыбыҙса Артурҙың төркөмө үтеп, һаҡсыларҙы алып бәреп, телефондарҙы һурып ырғытҡандар, беҙ радиорубкаларға инеүгә, бәйләнеш юҡ ине, мөрәжәғәтте сәғәт берҙә башҡорт радиоһы һөйләй башлауға самалағайныҡ. Өс минут алдан инеүебеҙ арҡаһында рубильниктарҙы һүндерҙе лә ҡуйҙылар. Тап рубильник менән радиорубкаларҙы алырға тейеш инек, революционерҙар ҙа Ҡышҡы һарайҙа шулайтҡан. Мәшхәр китте, телевидениелағы апайҙар беҙҙе яҡлап, йәштәр менән балдаҡҡа торҙо. БР Юғары Советының кәңәшмәһе бара ине, унан делегация килде. “Йәшлек” гәзитенең ныҡ популяр ваҡыты, улар туҡтауһыҙ беҙҙең эшмәкәрлекте яҡтырта. Юғары Совет кәңәшмәһендә ултырған ағайҙар, беҙ штурмлаған саҡта килеп, шым ғына нисә сәғәт тора алаһығыҙ, тинеләр. Киске биштәргә тиклем тинек. Омон килеп сәнғәт институты студенттары аша үтеп маташҡан, “Карауанһарай”ҙың бер нисә егетенә ныҡҡына эләккән, әммә улар үткәрмәгәндәр. Ә беҙ, эфир биргәндәрен көтөп алып, мөрәжәғәтте уҡып сыҡтыҡ барыбер.
«Шоңҡар»ҙар. Хәҙерге заман булһа бөтәһен дә ябып ҡуйырҙар инеме икән.
Данир Ғәйнуллин. Тыңлайҙар ине ул мәлдә халыҡты бер төрлө. Ул хәлдәр Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙәбарҙы, күптәр власҡа үҙҙәре лә шулай демократия тип шаулап килгәндәр ине.
«Шоңҡар»ҙар. Бөгөнгө йәштәргә ошондай ярһыулыҡ кәрәкме?
Данир Ғәйнуллин. Ярһыулыҡ та, бөтәһе лә кәрәк, сөнки бөгөнгө көндә лә күп нәмә йәштәрҙең әүҙемлегенән тора.
«Шоңҡар»ҙар. Хәтерҙә, һеҙ аслыҡ иғлан иткәс йәштәрҙең шул тиклем ныҡ рухы күтәрелгәйне. Ә аслыҡ иғлан итеү нисек килеп сыҡты?
Данир Ғәйнуллин. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Мәскәүгә барып Федератив килешеүгә ҡул ҡуйып ҡайтты. Беҙ йәнә уны митингылар менән ҡаршы алдыҡ. Мин “В случае подписания федеративного договора мы объявляем голодовку!” тигән транспарант менән торам. Ағай килде лә минең менән һөйләшә башланы, нишләп аңламайһығыҙ, һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ бит, ти. Шәпһегеҙ, беҙҙең ерҙе һатып ҡайттығыҙ, киләсәк юҡ, тип тынмайым. Һин ҡайҙан, тип һораны. Стәрлебаш районынан тием, әрләне лә инеп китте. Аҙаҡтан Юғары Советҡа барғанында Гөлфиә апай Юнысоваға, бер тырпайып торған сәсле Стәрлебаш малайы йөрөй, хәлде аңлатып ҡарайым, аңламай, үҙенекен һөйләп тик тора, тигән. Ситен хәл килеп сыҡһа, аслыҡ иғлан итербеҙ тигән план бар ине алдан. Иттифаҡта йыйылыштыҡ та, әйҙә, аслыҡ иғлан итәбеҙ тиһәк, асығырға теләүсе юҡ, берәүҙең ашҡаҙанда сей яра, икенсеһе киностудия директоры, өсөнсөһө гәзит мөхәррире, бер үҙем торҙом да ҡалдым. Шунан тиҙ генә 8-9 егеттән команда йыйҙым, Хәниф, Фәриттәр ҡушылды, пединституттан Фәнил тигән егет, Азат Хәлилов, Юлай Мәүлетҡоловтар Салауат һәйкәлендә тирмә ҡуйҙыҡ та, аслыҡ иғлан иттек. Татарстандан Рамай тигән егет килеп ҡушылды. Өс-дүрт көн үтте, яйлап хәл бөтә. Күп зыялылар килеп теләктәшлек белдерҙе. Булат ағай Рафиҡов менән һөйләшеү иҫтәҡалған. Улым, һеҙ суверенитетты ла, башҡаһын да бер юлы алырға уйлайһығыҙҙаһа, ти. Әлбиттә, форсаттан файҙаланып,ҡорбан менән булһа ла, алып ҡалырға кәрәк, тинем. Йәһүдтәрҙең бер принцибын һөйләне. Улар көрәшеп ҡарағандар ҙа, булдыра алмағас, һәр йәһүд көн дә бер бәләкәй генә еңеү яуларға тейеш, һәр береһенең шул көндәлек аҙымдары халыҡты ҙур еңеүгә килтерәсәк, тип хәл иткәндәр. Шул ысул менән яйлап үҙ дәүләттәрен ойоштороуға өлгәшкәндәр, тине. Беҙҙең үҙюлыбыҙ, тип ҡарышып тороп ҡалдым. Асығыуҙың етенсе көнөнәме икән, беҙҙе һаҡлаған студентттар киске ашҡа киткән арала, бер ПАЗ-ик тулы бәһлеүән егеттәр килеп, беҙгә ташланды.
«Шоңҡар»ҙар. Кемдәр булды икән улар?
Данир Ғәйнуллин. Аңлауымса, кейем алмаштырған милиционерҙар ине. Ҡаршылашырға хәл юҡ, тирмә һайғауы менән һуғып ҡарайбыҙ, ҡайҙан инде. Ныҡ туҡмалдыҡ, көрттә ятам, халыҡта минең ҡайғы юҡ. Мине бер ҡыҙ килеп табып алды. Тиҙярҙам менән 21-се дауаханаға алып киттеләр, коридорҙа ятам, ашап та, эсеп тә булмай, шешенә башланым.
«Шоңҡар»ҙар. “Йәшлек” гәзите ул ваҡиғаларҙы асыҡ яҡтырта ине.
Данир Ғәйнуллин. Шулай. Рәмис Дәүләтбаев менән Гәүһәр Батталова телевидениеға сюжет эшләп, мине Республика дауаханаһына күсерҙе. Шунан ғына табиптар миңә иғтибар итте, унда инде ике бөйөр ҙә эшләмәй ине, күҙ алды томан, кәүҙә яйлап ҡына ағыулана барған, иҫте юғалтҡанмын. Оло Теләк фажиғәһенән һуң килтерелгән гемодиализ аппаратына тоташтырып (уға тиклем ул булмаған), ҡанымды таҙартҡандар. Тәүлек ярым йоҡлағанмын. Ишектә – һаҡ, Артур ғына инә ине. Мин туҡмалғандан һуң һикһәнләп кеше аслыҡ иғлан иткән. Апрелдең аҙағына тиклем барған ул хәрәкәт. Бер ай тигәндә аяҡҡа баҫтым.
«Шоңҡар»ҙар. Йәштән халыҡ яҙмышы тип янғанһың. Тимәк, Ҡоролтай рәйесе булыуың да юҡҡа түгел.
Данир Ғәйнуллин. Ҡоролтайға рәйес булып барғас, күптәр, һеҙҙе беләм, шул ваҡыттан иҫләйем, тип яҙа. Баҡтиһәң, шул саҡтар кешеләрҙең хәтерендә, шуға ла ышаныс күрһәтәләрҙер тип уйлайым инде.
«Шоңҡар»ҙар. Ул мәлдәге ҡуҙғалыш үҙен бик аҡламаһа ла, йәштәр хәрәкәте емеш бирмәне түгел инде, “Шоңҡар”ҙың тыуыуы ла шуның һөҙөмтәһе, һүҙ ҙә юҡ.
Данир Ғәйнуллин. Һөҙөмтә ҙур булды, 20-25 йыллыҡ үҫеш. Ул республика өсөн ҙур ваҡыт. Тарихты ҡараһаҡ, Әхмәтзәки һәм уның көрәштәштәренә 1917 йылдан алып 3 йыл ғына иркен эшмәкәрлек итеп ҡалыу яҙған. Шунда ла күпме эшләпҡалғандар. Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантайҙар ваҡыты 1920 йылдан алып 18 йыл, улар ҙа шул мәлдә тел һәм мәҙәниәтебеҙҙе үҫтергән.
«Шоңҡар»ҙар. Киләсәкте ниндәйерәк итеп күрәһегеҙ?
Данир Ғәйнуллин. Яҡшы итеп күрәм, сөнки яңы быуын шәхес булараҡ азат, аҡыллы. Улар беҙҙең ҡалыпҡа һалынмаясаҡ, ә икенсе йәмғиәттә йәшәйәсәк.
«Шоңҡар»ҙар. Халҡыбыҙҙың әҙерләнеп ятҡан милли стратегияһы беҙгә нимә бирәсәк?
Данир Ғәйнуллин. Һәр халыҡтың, илдең стратегияһы бар. АҠШ-тың 100 йыл алға билдәләнгән, кемдәрҙер 30-50 йылға эшләй. 1995 йылда, беренсе Ҡоролтайҙан һуң, башҡорт халҡын үҫтереү программаһы ҡабул ителеп, 15 йыл эшләгән. Ләкин 2010 йылда ул өҙөлгән, ә “Башкиры РФ” программаһы 2017 йылда туҡталған. Әлеге көндә был өлкәлә бушлыҡ, һуңғы һигеҙйылда, ғөмүмән, халыҡтың үҫеше билдәһеҙлек ҡыҫаһында торҙо. Шуға күрә, Ҡоролтай егеттәре менән кәңәшләшеп, һәр кеше һымаҡ уҡ, халыҡ та киләсәккә үҙенә маҡсат ҡуйырға тейеш, тинек. Мәҫәлән, 2050 йылға ике миллион булырға тейешбеҙ, ә телде өйрәнеү ошо кимәлдә булырға тейеш, тип. Стратегия 30 йылға буласаҡ. Беҙ Исландия моделенә эйәрҙек. Унда Конституцияны эшләгән ваҡытта, әйҙәгеҙ, тәҡдимдәр индерегеҙ тип халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндәр һәм төп ҡанундарын шуның нигеҙендә эшләгәндәр. Әлеге көндә Исландия Конституцияһы иң демократик конституция һанала. Был илдең ниндәй үҫеш кисереүен күреп тораһығыҙ, футболда хатта донъяға билдәле булып киттеләр, иҡтисадтарын күтәрҙеләр. Беҙҙә стратегияһын халыҡ үҙе эшләргә тейеш тип уйланыҡ, күләме лә ҙур булмаһын. Мәҫәлән, шунса бала үҫтерергә тейешмен, улар башҡорт телендә һөйләшергә тейеш, уларға шундай белем бирергә, шундай иҡтисади шарттар тыуҙырырға тейешмен һәм башҡалар. Ул стратегия һәр башҡорттоң ҡулынан килерлек һәм ул унда ҡатнаша алырлыҡ булһын. Шул саҡта ул эшләр.
«Шоңҡар»ҙар. Төп мәсьәләләрҙән тыш, бәлки, киңәйтелгән варианты ла булыр?
Данир Ғәйнуллин. Юҡ, киңәйтелгән вариант булмай, ә стратегия нигеҙендә программалар ҡабул ителәсәк. Стратегия хоҡуҡи яҡтан нығытылып, халыҡтың теләгенә нигеҙләнһә, дәүләттән программаларға финанслау талап иткәндә лә, бына халыҡ теләген тормошҡа ашырабыҙ тип әйтә аласаҡбыҙ.
«Шоңҡар»ҙар. Һуңғы йылдарҙа Ҡоролтайҙың абруйы төштө, халыҡ уға ышанмай башланы. Абруйҙы күтәреү өсөн нимәләр эшләү мөмкин, анализлайһығыҙмы?
Данир Ғәйнуллин. Әлбиттә, һуңғы осор Ҡоролтай властың ҡарарҙарын һәм талаптарын халыҡҡа еткерер өсөнҡулланылды. Ә асылда ул халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап, уның һорау һәм мөрәжәғәттәрен власҡа еткереүсе булырға бурыслы, уның функцияһы ҡапма-ҡаршы үҙгәреү арҡаһында халыҡ тарафынан ышаныс юғалған. Әле яйлап ышанысты ҡайтарып киләбеҙ. Бер бәләкәй генә миҫал: яңыраҡ Стәрлебаш районында ҙур таҙартыу ҡоролмаһы төҙөй башланылар, ә ул башҡорт ауылдарына һикһән метр йыраҡлыҡта, бөтә райондың ҡалдығы шунда тупланырға тейеш. Халыҡҡаршы сыҡты. Башлыҡҡа барып, былай ярамай, беренсенән, тәбиғәтте һаҡлау талаптары үтәлмәй, икенсенән, һаҡлау зоналарына яҡын, яҡын булғас, йылғаға ағып төшә бит ул, шул йылғала һыу инәләр, шунан эсәләр, тип ҡараным, аңламайҙар. Шунан бөтә инстанцияларға, прокуратураға, башҡаһына, торлаҡ хужалығы министрына яҙып туҡтаттыҡ. Ҡарарҙы кире ҡаҡтылар, әлбиттә, власть менән һүҙгә килергә тура килде, Дәүләт Йыйылышы депутаттары халыҡты ғәйепләп, шул проектты яҡлап сыҡтылар. Араларында бер үҙем тороп ҡалдым. Ул ҡоролманы төҙөргә кәрәк, әммә ауылға терәтеп түгел, урын бөткәнме ни – шуны тыңларға теләмәнеләр. Ләкин, талапты ҡуйғас, үтәнеләр, беренсенән, бында республика етәкселегенә ҙур рәхмәт, аңланылар, күсерергә тип бик тиҙҡарар ҡабул иттеләр. Эйе, был бәләкәй генә еңеү, әммә быға тиклем бит шул да булманы. Күп райондарҙа урындағы власть органдары шуға өйрәнгәндәр. Улар йәмғиәт тыңлауҙары үткәрергә тейеш, шуны ла үткәрмәгәндәр. Кешеләр исеменән протокол яҙғандар ҙа, уларға әйтмәй ҙә эште башлағандар. Шуның һымаҡ нәмәләрҙә беҙ халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы орган булырға тейешбеҙ.
«Шоңҡар»ҙар. Әле төрлө йүнәлештәге йәштәр ойошмалары күбәйеп китте, уларҙың бер-береһенә ҡаршы килеүе, диалогка ынтылмауы борсоуға һала.
Данир Ғәйнуллин. Мин быға тыныс ҡарайым. Фекер төрлөлөгө йәмғиәттә булырға тейеш. Милли ойошмаларҙың да төрлөһө кәрәк.
«Шоңҡар»ҙар. 1995 йылда Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҙур байрам булып үтте, ә бишенсе съезд нисегерәк буласаҡ?
Данир Ғәйнуллин. Беренсенән, Башҡортостандың йөҙ йыллығына арнала, икенсенән, ситтән делегаттар һайлағанда күберәк йәштәрҙе һайларға, эшлекле итеп үткәрергә тырышасаҡбыҙ, сөнки президиумдан тороп һөйләгән һүҙҙәрҙән тыш, делегаттарҙың аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, бәйләнештәр булдырыуҙары мөһим.
«Шоңҡар»ҙар. Уйлап ҡараһаң, шул уҡ Зәки Вәлидиҙәр ҙә йәш булғандар бит.
Данир Ғәйнуллин. Әле аппаратҡа эшкә йәштәрҙе алдыҡ, ҡулдарынан бөтә нәмә килә, йәштәргә ышаныс күрһәтеп өйрәнеү кәрәк. Әгәр ҙә йәшәртеп, Ҡоролтайға динамизм бирә алабыҙ икән, уның киләсәге буласаҡ.
«Шоңҡар»ҙар. Йәштәр тигәс, балаларығыҙ хаҡында һорашҡы килә.
Данир Ғәйнуллин. Улыма 25 йәш, өйләнде. Айлина ейәнсәрем бар, мин хәҙер олатай, олпат кеше. Ҡыҙым Алтынай унынсы класта, уҡыуҙа тырыш. Үҫкәнендә улыма күберәк мин иғтибар иттем, ә ҡыҙымды әсәһе тәрбиәләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, Тимерхан беҙҙең юрматы диалектында һөйләшә, Алтынай әсәһе Зөлфиә һымаҡ Баймаҡ-Ейәнсураларса. Беҙ “йығылабыҙ”тиһәк, улар “ҡолайбыҙ” тиҙәр. Улым үткән йылға тиклем хоккей менән шөғөлләнде. Әле БДУ-ның тарих факультетында һәм шул уҡ ваҡытта Тренерҙарҙың юғары мәктәбендә уҡый. Быйыл ике диплом ала инде. Бында студент лигаһында уйнай. ЦСКА менән уйнағанда йәрәхәт алып, былтыр карьераһын туҡтатты.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнташ та Капова пещера булып китте, топонимик атамаларҙы урыҫлаштырыу йышая түгелме?
Данир Ғәйнуллин. Был мине лә борсой, күп нәмәне әле төҙәтеү юлындабыҙ. Шүлгәнташты бер ҡасан да халыҡ Капова тип атамаған. Уны шундағы бер крәҫтиәндәр Капова тигән дә, экспедицияға килгәндәр шулай тип яҙып алған да киткән. Һүрәттәрҙе асҡан ваҡытта А.Рюмин отчетта: “Капова пещера с живописью эпохи палеолита”, – тип яҙған. Шул Мәҙәниәт министрлығының реестрына эләккән. Был сәйәсәт күптән килә. Сумған мәмерйәһе бар бит инде, тотҡандар ҙа пещера Ожеганова тигәндәр, Шүлгәнташ эргәһендәге бер мәмерйәне яңыраҡ, уны башҡорттар күптән белә, исеме бар, бер мәрйә ҡыҙы барып күргән дә, Виктория тип атаған. Этноцид халыҡтың хәтерен юйып, уның ерлеккә булған дәғүәһен әҙәйтеү өсөн эшләнә. Был сәйәсәтте ООН да, Юнеско ла бик ныҡ тәнҡитләй. Әле Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығына реестрҙа Шүлгәнташтың исемен дөрөҫләтер өсөн документ әҙерләйбеҙ. Фәнни яҡтан нигеҙләп, ҡағыҙҙарҙы теүәлләп, Юнескоға номинацияға ла алдан әҙерләнгән исемлеккә уны Шүлгәнташ палеолит һүрәттәре тип индерҙек.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнташ һүрәттәрен беҙҙең ата-бабалар төшөрҙөмө икән?
Данир Ғәйнуллин. Яңыраҡ, февралдә, Франциянан ике белгес килде. Улар ошо мәмерйә һынлы сәнғәте буйынса бик ҙур ғалимдар. Барып күргәс, Шүлгәнташты ул тиклем ҙур итеп күҙ алдына килтермәгәйнек, масштабтарын Франция мәмерйәләре менән сағыштырырлыҡ түгел, тинеләр. Үҙебеҙ аптырайбыҙ: дөйә, мамонт һүрәттәренең теүәл күсермәһен эшләткәйнек, улар ғәмәлдә бик ҙур икән, мәмерйәлә бит алыҫтан ҡарайһың, шуға бәләкәй күренә. Ғалимдар Шүлгәнташты тикшереп, һүрәттәре Европа традицияларының дауамы тигән фекергә килде.
«Шоңҡар»ҙар. Гаплогруппа анализдары ла Европа менән Урал халҡының туғанлығын һөйләй түгелме?
Данир Ғәйнуллин. Әйтеүе ҡыйын, әммә был һүрәттәрҙе төшөргән кешеләр 19-17 мең йыл элек, боҙлауыҡ дәүерендә, Европанан беҙҙең яҡҡа миграциялағаны иҫбатланған. Боҙлоҡ бит Татарстан майҙанына етеп, Пермь яғына менеп китеп, Силәбе яғына төшкән, ә Уралға ҡағылмаған. Урал бер оазис булып тороп ҡалған.
«Шоңҡар»ҙар. “Урал батыр”эпосында ла шулар һөйләнелә бит.
Данир Ғәйнуллин. Эйе, бында шарттар һәйбәт булған, дым, йәшеллек, шуға эре хайуандар рәхәтләнеп үрсегән. Аттар, мамонт, носорог, бизон һүрәттәре Европалағы иллеләп мәмерйәлә лә бар. Ә бына яңыраҡ дөйәне асҡас, ул Шүлгәнташты уникалгә әйләндерҙе. Был донъялағы иң боронғо дөйә һүрәте. Ундай һүрәт бер ҡитғала ла юҡ. Тимәк, бында шул осорҙа дөйәләр йәшәгән, уларҙы һунарсылар күргәндәр, шуны төшөргәндәр. Ул ваҡытта Башҡортостан территорияһы тундралы дала булған, Бөрйән урмандары булмаған. Дөйәләр әлеге ваҡытта ҡырағай рәүештә Монголияның Гоби сүллегендә генә һаҡланған. Унда ҡыш көнө 45 градус һыуыҡ, йәйгеһен 45 градус эҫе. Тимәк, бында ла шундай климат булған.
«Шоңҡар»ҙар. Трапециялар ҙа Европала бармы?
Данир Ғәйнуллин. Беҙҙең мәмерйәлә тап геометрик һүрәттәр күп. Европала күберәк художестволы йәнлек һындары. Шул яҡтан ҡарағанда беҙҙең рәссамдарҙың абстракт фекерләүе нығыраҡ үҫешкән булған. Улар һүрәтте генә күрһәтеп түгел, ә ниндәйҙер геометрик формаларға мәғәнә һалып төшөргәндәр, образлы фекер йөрөткәндәр. Өсмөйөш, дүртмөйөш, өс тырнаҡлы һәнәктәр беҙҙә күп, мәғәнәһен бер кем дә аңлата алмай. Шул яҡтан да уникаль Шүлгәнташ.
«Шоңҡар»ҙар. Хәҙер Шүлгәнде донъяға танытыумы маҡсат?
Данир Ғәйнуллин. Беҙ сәфәрҙә саҡта, Франция радиоһы беҙҙән интервью алғайны. Әле Францияның Мәскәүҙәге илсеһе бәйләнешкә сыҡты, шул тапшырыуҙы тыңланым, килеп Шүлгәнташты күргем килә, ти. Ул ниндәйҙер иҡтисади бәйләнеш артынан түгел, ә шул һүрәттәр өсөн килә.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнташ республикаға туристарҙы йәлеп итер өсөн шәп мәрәй, тик был ажиотаждан мәмерйә үҙе зыян күрмәҫме?
Данир Ғәйнуллин. Юҡ. Беҙгә яңыраҡ хат килде, беренсе июндән беҙ Шүлгәнташтың әлеге күргәҙмәһен Францияға алып китәбеҙ. Унда йылына биш йөҙ мең турист булған Предистория тигән халыҡ-ара үҙәктә күргәҙмә өс ай торасаҡ. Унда торғандан һуң, күргәҙмә Испанияның халыҡ-ара Альтамира музейына китәсәк, унда ла бер-ике ай торасаҡ. Был беҙгә пропаганда өсөн кәрәк. Хәҙер Шүлгәнташ күргәҙмәһен солоҡсолоҡ темаһы менән тулыландырып, боронғо башҡорт хазинаһы тип, икеһен алып барырға уйлайбыҙ.
«Шоңҡар»ҙар. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы икәүме ул әллә?
Данир Ғәйнуллин. Эйе, “Шүлгәнташ” тәбиғи ҡурсаулығының бурысы башҡорт бал ҡортон һаҡлау, ә беҙҙең “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы мәмерйәне һәм уның һүрәттәрен һаҡлау өсөн ойошторолған.
«Шоңҡар»ҙар. Ә Шүлгән эргәһендәге теге матур йорттар һеҙгә ҡараймы?
Данир Ғәйнуллин. Бер өлөшө беҙҙеке. Беҙҙең әлегә төп маҡсат – ҙур музей комплексын булдырыу. Төҙөлөш былтыр башланды, быйыл дауам итәсәк, сама менән 350 миллион һумлыҡ музей, һәм яҡынса 120 миллионлыҡ экспозицияһы буласаҡ, мәмерйә һүрәттәренең күсермәләре, мәктәп балалары килеп шөғөлләнерлек балалар фәнни үҙәге, кафеһы, һаҡлау биналары, лабораториялары булған ҙур фәнни үҙәк төҙөйбөҙ. Газпром шул тирәгә 300 миллион һум самаһына газ үткәрә, Шүлгәнташҡа килеп еткәс, бөтә яҡын ауылдарға газ тараласаҡ.
«Шоңҡар»ҙар. Ә юл бармы әле?
Данир Ғәйнуллин. Шүлгәнташҡа тиклем юлды асфальтлауға 230 миллион аҡса бүленде, бына ҡыш ҡырсын һалдылар, йәй асфальт түшәйәсәктәр. Тиҙлекле интернет та үткәрттек, бөтә төр кәрәҙле бәйләнеш бар. Дөйөм алғанда, йәлеп ителгән ивестиция – миллиард һум тирәһе.
«Шоңҡар»ҙар. Ә туристар шул 3 д-ны ҡараясаҡтармы, әллә мәмерйәгә инеү дауам итәсәкме?
Данир Ғәйнуллин. Мәмерйәгә йөрөтәсәкбеҙ, төптәге һүрәттәрҙе күрмәһә лә, кеше мәмерйәнең дәүмәлен күреп, һоҡланып сығырға тейеш. Ә инде теүәл күсермәләре тегендә, музейҙа күрһәтеләсәк. Йылҡысыҡҡан эргәһендә быйыл Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Моделен Өлфәт Ҡобағошов эшләне, бик һәйбәт килеп сыҡты. Ғөмүмән, музей комплексы төҙөү туризмды үҫтереүгә ныҡлы терәк буласаҡ. Францияла, Испанияла тап шундай объекттар урындағы халыҡтың иҡтисадын үҫтереү юлы булып тора. Әле мәмерйәгә тутыҡмай торған мәғдәндән бик уңайлы баҫҡыстар системаһы эшләнек, икенсе ҡатҡа хәҙер тиҙ һәм хәүефһеҙ менеп була.
«Шоңҡар»ҙар. Эш асам тигән эшҡыуарҙарға айырым майҙандар бармы?
Данир Ғәйнуллин. Ул рекрецион зона тип атала, улар билдәләнгән, район хакимиәте уны яҡшы белә. Аҡбулат, Ғәҙелгәрәй, Мәҡсүт ауылдары эргәһендә урын күп.
«Шоңҡар»ҙар. Шул тирәнән ер алғандар ота инде?
Данир Ғәйнуллин. Эйе, беҙ Франциялағы Шавела нисек туризм үҫешеүен өйрәгәйнек. Музей төҙөгәс унда 11000 урынлыҡунаҡхана бар һәм 18000 урынлы ҡунаҡ йорто (гостевой домик) асылған. Бөрйәндәге ауыл халҡының, уйлауымса, шул ҡунаҡйорттары ултыртырға мөмкинсеге бар, бөтөн кеше лә ҡунаҡхана аса алмай. Теләгән кеше үҙ өйө эргәһенә тағын берәүҙе төҙөп, шунда туристарҙы ҡабул итеп, ҡаймаҡ-һөтө, икмәге менән һыйлап, аҡса эшләй ала.
«Шоңҡар»ҙар. 20 йылдан Шүлгән тирәһендә ҡала барлыҡҡа килә инде?
Данир Ғәйнуллин. Ҡалаһын белмәйем, әммә юлдың буйынан буйына туристик ҡасабалар буласаҡ. 2020 йылда Шүлгәнташ тирәһендә буш бер метр ер ҙә тапмаясаҡһығыҙ. Һатып алып, ҡунаҡхана һымаҡ нәмәләр төҙөп бөтәсәктәр, сөнки бизнес килемгә һиҙгер.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгән әле Башҡортостанда иң перспектив йүнәлеш инде… Тағы ниндәй урындар бар?
Данир Ғәйнуллин. Әлегә фәнни яҡтан ныҡлы өйрәнелгән, халыҡ-ара кимәлгә күтәрелгәне Шүлгән генәлер. Беҙ Шүлгән менән ныҡ шөғөлләндек. 2012 йылдан алып эшләп, саҡ музей төҙөй башланыҡ, инде дүртенсе йыл халыҡ-ара симпозиумдар үткәрәбеҙ. Гел яңы экспедициялар килеп тора. Мәмерйәлә яңыраҡ 3 д сканерлау үткәрҙек, беҙ яңы технологияларҙы өйрәнәбеҙ, күргәҙмәбеҙҙе Францияға алып барғайныҡ, беҙҙең 3 д сканерлау технологияһы уларҙыҡынан алдынғыраҡ булып сыҡты.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнгә 2016 йыл барҙыҡ, былай индерәбеҙ тиҙәр ине, әммә Бөрйән ҡаҙнаһына әҙ булһа ла аҡса инһен тип түләп керҙек, ҡараһаҡ – билетта Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт ресурстары министрлығы тип яҙылған.
Данир Ғәйнуллин. Сөнки әлеге көндә ул территорияла “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы федераль учреждениеһы билет һата һәм бөтә ҡаҙнаһы Мәскәүгә китеп тора. Бөрйән районына бер тин дә файҙаһы юҡ. Илдең 73-сө федераль законы буйынса бөтә археологик ҡомартҡылар ҙа федераль милеккә инә, тик ул Мәскәүгә ҡарай тигәнде аңлатмай, полномочиелары республикаға бирелгән. Дөйөм реестрға индерелгән, ә һаҡлау, уны ҡулланыу хоҡуғы беҙгә бирелгән. Беҙ әле шул хоҡуҡты, күршеҡурсаулыҡ менән судлашып, яйға һалып киләбеҙ. Мәмерйәне беҙ ҡайғыртмаһаҡ, Мәскәү ҙә ҡарамаясаҡ. Әле Рәсәй бер тин дә аҡса бирмәй. Бөтә бөгөнгө яҡшылыҡтар республика ҡаҙнаһынан эшләнә.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәндән Бөрйән ниндәй файҙа күрәсәк?
Данир Ғәйнуллин. Музей төҙөһәк, ул Башҡортостан мәнфәғәтендә буласаҡ, икенсенән, бөтә килгән туристар кафеларҙа, отелдәрҙә күпмелер аҡсаһын ҡалдырасаҡ. Туристарҙы хеҙмәтләндереүсе эшҡыуарҙар һалым түләп, район ҡаҙнаһын тулыландырасаҡ.
«Шоңҡар»ҙар. Тағы эшҡыуарҙар байыясаҡ, ә Бөрйән түгел?
Данир Ғәйнуллин. Халыҡтың үҙенән тора. Көсләп байытып булмай бит, өйрәнһәләр, ҡулдарынан килһә, эшләйәсәктәр.
«Шоңҡар»ҙар. Археолог булып та соҡонғанһығыҙ, ендәр менән әллә нәмәләр бүлешкәнһегеҙ, әле яҙмыш тағы серле урынға, Шүлгәнгә алып килеп бәйләнгән һеҙҙе.
Данир Ғәйнуллин. Миссиямдыр ул. Йәш саҡта Мәҙәниәт министрлығына ярҙамсы булып эшкә килдем, шунан хөкүмәткә киттем, торараҡ Республика халыҡ үҙәгенә директор булып барҙым, һәр ерҙә уйлай инем: бына бит иң ҡыҙыҡ эш бында тип. Өс йылдан филармонияға күсерҙеләр, ул ныҡ ауыр хәлдә ине. Һигеҙ йыл филармонияла директор булып, профессиональ сәнғәттә сумып эшләгәндә, тәғәйенләнешем ошо икән тинем. Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге лә мин эшкә килгәндә артта ҡалған, бюджет аҡсаһы менән генә йәшәгән ойошма ине. Килгәс тә егеттәргә, әйҙәгеҙ, Шүлгәнташ темаһын алып, шуны миссияға әйләндерәбеҙ, тинем. Беҙ уны донъя кимәленә күтәреп, Юнескоға индерергә тейешбеҙ тигән маҡсат ҡуйҙыҡ, ысынлап та, кешеләр талпынып эшләй башланы, юлдар асылып китте, үҙебеҙҙең археологтар яҡшы белгестәргә әйләнде.
«Шоңҡар»ҙар. Археология буйынса милли кадрҙар бармы?
Данир Ғәйнуллин. Беҙҙең үҙәктә эшләгән йәштәр башлыса Урал аръяғынан, һәйбәт белгес булған архитекторҙары йыйҙым, бөгөн фәнни үҙәгебеҙ Мәҙәниәт министрлығының уңышлы ойошмаһы, уртаса эш хаҡы етмеш мең тирәһе. Хеҙмәткәрҙәргә маҡсат ҡуйыу, бюджет аҡсаларын ойошторғандан һуң, белгестәрҙе һайлап алыу матур һөҙөмтә бирҙе. Хәҙер халыҡ ижады үҙәге һәм филармонияла эшләгән йылдарым әлегемә әҙерлек кенә булған икән тип уйлайым, был минең иң яратҡан эшем.
«Шоңҡар»ҙар. Бәлки, бер ун йылдан тағы ҡарашығыҙ үҙгәрер?
Данир Ғәйнуллин. Белмәйем, иң мөһиме һәр эшләгән урыныңда был минең төп миссиям тип йәшәүҙер.
«Шоңҡар»ҙар. Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә үҙегеҙҙең олатайығыҙ һымаҡ олатай була алыр инегеҙме икән?
Данир Ғәйнуллин. Ул яҡҡа даланым бар, бәләкәйҙән үк балалар ылыға ине миңә. Кешене ышандыра ла белер кәрәк, йәштәр иттифағын ойошторғанда шул тиклем күп йәштәрҙе ошо беҙҙең идеялар дөрөҫ тип ышандыра алмаһам, берәү ҙә эйәрмәҫ ине.
«Шоңҡар»ҙар. Йәштәрҙе ошо тарихыбыҙға йәлеп итеү өсөн программалар уйламайһығыҙмы?
Данир Ғәйнуллин. Шүлгәнташта музей төҙөлгәс, яңы белгестәр күп кәрәк буласаҡ, әле БДУ менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, унда белгестәр әҙерләйбеҙ, Р. Ғарипов исемендәге беренсе республика гимназияһында архитектура һәм археология буйынса түңәрәк асырға уйлайбыҙ. Реставрация-архитектура буйынса ла белгестәр кәрәк, ул да яҡшы йүнәлеш. Хәҙер Бөрйән районынан киләсәктә шунда эшләй алырлыҡ кадрҙар эҙләйбеҙ.
«Шоңҡар»ҙар. Шүлгәнташты донъя кимәленә сығарып, башҡорттоң боронғолоғон иҫбатлаһағыҙ – миссияғыҙ үтәләсәк. Хәҙер инде Ҡоролтай рәйесе лә булғас, халыҡ һеҙгә ныҡ ышана инде, һиҙелә.
Данир Ғәйнуллин. Шөкөр, бөгөн республика етәкселеге тарафынан Ҡоролтайға иғтибар ҙур, проекттарыбыҙҙы хуплайҙар, күп гранттарҙа ҡатнашабыҙ, иң мөһиме инициативалы йәш кадрҙар бар.
«Шоңҡар»ҙар. Яңы Ҡоролтайҙан ниндәй яңырыш көтә алабыҙ?
Данир Ғәйнуллин. Ҡабул ителәсәк стратегияны иҫәпкә алып, дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға һәм шуға ынтылырға! Бөгөн иңҙур проблема – ситтә йәшәгән башҡорттарҙың мәнфәғәтен яҡлау. Силәбе өлкәһендә 162 мең башҡорт. Уларҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу – беҙҙең бурыс. Пермь өлкәһендәге Барҙа башҡорттарын бөтөнләй ташлағанбыҙ.
«Шоңҡар»ҙар. Сит өлкәләрҙә һабантуйҙарҙы ла, туғандаш халыҡтар тип, ике милләттекен ҡушып үткәргәс, бик күп ғәҙелһеҙлектәргә юл ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта татар һәм башҡорт бер милләт тигән фекер һеңдерелә халыҡҡа.
Данир Ғәйнуллин. Радий Фәрит улы башҡорт һабантуйҙарын айырым үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте, был проблема беҙгә билдәле.
«Шоңҡар»ҙар. Ә ситкә киткән башҡорттарға ҡарашығыҙ нисек?
Данир Ғәйнуллин. Ул юҫыҡта ҡарашым ыңғай. Унда ла беҙҙең кешеләр булырға тейеш. Хәҙер бит донъя сикһеҙ. Балаларыма ла әйтәм, сит илгә китәм тиһәгеҙ, тотмайым, ярҙам итәм, башҡорттоң бер һәйбәт яғы бар, ул олоғайғас барыбер тыуған яғына ҡайта, тием.
«Шоңҡар»ҙар. Сит яҡта юғалмаһындар өсөн үҙебеҙҙең халыҡтың бәҫен күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәктер тәү сиратта.
Данир Ғәйнуллин. Дөрөҫ. Асылда үҙебеҙҙә лә шулай лайыҡлы итеп йәшәргә була. Тырышлыҡ кәрәк. Бөтәбеҙгә лә!
«Шоңҡар»ҙар. Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Данир Әхмәҙи улы! Дарманығыҙ һәр саҡ әлегеләй ташып торһон. Иңегеҙгә алған яуаплылыҡты лайыҡлы күтәрергә Хоҙай көс-ҡөҙрәтен бирһен!
Гөлнара Хәлфетдинова. "Шоңҡар" журналының июль һанынан.