Бөтә яңылыҡтар

Туптар ярылған ерҙә

Липецк өлкәһендә йәшәүсе яҡташыбыҙ, эҙәрмән Замир Вахитов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Башҡортостан яугиренең исемен асыҡларға ярҙам итте. Был турала "Башҡортостан ҡыҙы" журналының июль һанында бәйән ителә.

Әбйәлил районы Тәпән ауылына ҡуйылған обелискылағы таҡтаташта минең атайымдың атаһының атаһы Әхмәтсафаның бер туғаны Ҡотоев Хазиәхмәт Ҡотой улы ла бар, ул 1920 йылда Рауил ауыл Советына ҡараған Тәпән ауылында тыуған. Унан: «Сабельник 1 взв. 1 эск. 275 кп., 10.07.1942 г. пропал без вести, осталась жена Кутуева Шафия», – тигән яҙыу ғына ҡалған. Яңыраҡ эҙәрмәндәр уның һөйәктәрен табып ерләне. Липецк өлкәһенең Тербуны ауылындағы обелискыла уның исеме ҡаһармандар рәтенә индерелде. Олатай һуңғы төйәк иткән ерҙе барып күрергә, ундағы һуғыш барған эҙҙәр буйлап йөрөргә ниәт ҡылдым. Үлеләр тереләрҙең аятына, иҫкә алыуға мохтаж. Хәтер йәшәгәндә, һуғыш ҡорбандары әле тере. Ә уларҙың яҡты иҫтәлеге беҙ бөгөн бәхетле булһын өсөн бар.


Тербуныға, алға!


Тербуны районы Липецк өлкәһендә, Воронеж янындараҡ. Һуғыш ваҡытында Курск өлкәһенә ингән. 1942 йылда бында бик ҡаты һуғыштар барған, беҙҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла ошо бәрелештәрҙә ҡатнашҡан.


«22 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, яу яланында һәләк булған һәм әле һөйәктәре табылған 20 кешене киренән ерләйҙәр. Ә июлдә Озерки ауылы янында «Тербуны үре»нә («Тербунский рубеж») ҡуйылған һәйкәлдәр эргәһендә дошман менән 1942 йылдағы бәрелеш хәрби реконструкцияланасаҡ. Әле шунда ҡатнашырға теләүсе ирекмәндәрҙе йыялар. Зыярат ҡылырға ниәт итеүселәргә: «Ошо даталарҙың берәйһенә тура килһәгеҙ яҡшы булыр ине», – тип яҙғайным. 6 июлгә тоҫмалларға теләк белдерҙеләр. Үҙҙәре менән Һеҙҙе лә алырға күндерҙем. Машинала урын буласаҡ», – тип хәбәр итте Замир ағай Вахитов. Ул, медицина университетын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса ошонда эшкә килә һәм тороп ҡала. «Әйләнеп ҡарағансы тамыр йәйеп өлгөргәнмен. Балалар тыуған, унан ейәндәр китте. Табип булып эшләнем. Йөрәк өйәнәгенән һуң, еңелерәк эшкә, тиҙ ярҙам хеҙмәтенә диспетчер булып күстем», – тип таныштырыр осрашҡас үҙе менән. Ике йыл буйы Замир ағай менән бәйләнештә тороп, уның атай-олатайҙарыбыҙҙың хәтеренә һаҡсыл мөнәсәбәте беҙҙең юлыбыҙҙы асты.


«Ышанаһыңмы-юҡмы, беҙҙең башҡорт һалдаттарының исемлеге хатта Тербуны районы сайтында бар. 112-се дивизия менән «Липецк өлкәһе универсаль фәнни китапханаһы» бик ҡыҙыҡһына, уларҙа ла бар беҙҙең һалдаттар исемлеге. Бында килгән сағында Йәнгел ҡасабаһынан Әфләх ағай әйткәйне: «Ай-бай, был яҡтарҙа һәйкәлдәргә, яу ҡырында ятып ҡалғандарға хөрмәт хәтәр ҙур, беҙҙәге менән сағыштырырлыҡ түгел. Шул дөрөҫкә сығамы әллә», – тип шикләнгәйне Замир ағай. Миңә олатайҙың исемен һәләк булғандар араһында күрше ауылдағы обелисктан эҙләп табырға ғына кәрәккән. 21 йәшен тултырған егетте, ата-әсәһе, балалары ла булмағас, кем иҫләп ултырһын? Моғайын да, Шафиәһе, йәш кенә көйө тол ҡалғас, һуғыш бөткәс кейәүгә сыҡҡандыр йә мәрхүмә булғандыр. Һәр хәлдә, туғандар был хаҡта хәбәрҙар түгел.


Атайымдың, беҙҙең Ғилметдин апа (Әбйәлил һөйләшендә – олатай) һуғышҡа киткәндә кавалеристар, ат өҫтөндә сабып килеп, ҡылыс менән талдарҙы тураҡлаған, эйәр аҫтынан сығып, өҫтөнә һикереп баҫҡан, фронтҡа китер алдынан ошоға шаһит әбейҙәр ауыҙҙарын яулыҡтары менән ҡаплап илап ултырған, аҙаҡ улар һыбай килеш ҡылыс менән танкыларға ҡаршы барған, шул яуҙа олатайҙарыбыҙ ятып ҡалған, Хәбирә өләсәй уны ғүмере буйы көткән, һағынған сағында һандыҡ төбөндә һаҡланған сәсен алып еҫкәр булған, тип күҙ йәштәре менән һөйләгәнен иҫләйем, әлбиттә. Ул һаман «хәбәрһеҙ юғалғандар» рәтендә.

«Былтыр дүрт һалдаттың ағай-энеләре, шул иҫәптән Йәнгел ҡасабаһынан һеҙҙең яҡташтарығыҙ ҙа, булып китте. Быйыл 9 Майға ике кеше килде, июндә тағы йыйыналар. Бына Мәләүез районы «Көнгәк» гәзитенән мәҡәләнән бер өҙөк, һеҙҙең һымаҡ итеп олатаһын эҙләгән кешенеке. 2015 йылдың майында Башҡортостан юлдаш телеканалында Липецк өлкәһенән репортаж күрһәткәйнеләр. Шул тапшырыуҙа Замир Вахитов Еңеү байрамына әҙерлек, Липецк өлкәһендә 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһының яугирҙәре хаҡында матур хәтирәләр һаҡланыуы тураһында һөйләгәйне. Шунда: «Ошо кеше миңә ярҙам итә алыр, моғайын!» – тип уйланым һәм уға хат менән мөрәжәғәт иттем. Быға тиклемге эҙләнеүҙәрем, төрлө архивтарға, башҡа ерҙәргә бихисап яҙыуҙарым бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Олатайым 1942 йылдың июлендә Курск өлкәһендә иң ҡаты һуғыш барғанда һәләк булған. Тап ошо осорҙа Сталиндың: «Бер аҙым артҡа сигенмәҫкә!» – тигән бойороғо сыҡҡан. Был яуҙа һәләк булғандар туғандар ҡәберлегендә ерләнеүен, барыһының да үлем хәбәрен туғандарына еткереү мөмкин булмағанын да аңлайым... Тик батыр олатайымдың билдәһеҙ һалдат булып иҫәпләнеүен теләмәгәйнем, уның яҡты исеме ҡәбер ташында, һис юғы, берәй ябай ағастан булһа ла һәйкәлдә баҫылыуына өмөт иткәйнем... Һәм Замир Мөхтәр улы минең хыялымды тормошҡа ашырҙы!»
Замир ағай, үткәндәр менән бөгөнгөнө тоташтырыусы күпер хеҙмәтен үтәп, беҙҙең һалдаттарҙы тыныс ҡына «хәбәрһеҙ юғалғандар» исемлегенән билдәлелеккә сығара.
«Олатайың тураһында бер-нисә һүҙ. Ул 1942 йылдың 10 июлендәге ҡаты төнгө һуғышта һәләк булған. Был бәрелеш тураһында рус яҙыусыһы, «Красная Звезда» гәзите хәбәрсеһе Константин Симонов та «Үлеләр һәм тереләр» очергында яҙған. Унда күбеһенсә 294-се полк һәм уның командиры Нафиҡов тураһында. Ә һеҙҙең олатайығыҙ Хазиәхмәт Ҡотой улы Күсимовтың 275-се полкында хеҙмәт иткән. Симоновтың яҙмаһында был турала бер һүҙ ҙә юҡ, Күсимов үҙ полкы менән ҡамауҙа ҡалған 294-се полкты ҡотҡарырға тырышып ҡараған, булдыра алмағандар. Көслө миномет утына эләгеп, байтаҡ һалдаттарын юғалтҡандар. Был бәрелештән һуң бик әҙ генә һалдаттарҙың ағай-энеләренә «Һәләк булды» тип ҡара ҡағыҙ ебәргәндәр, ә төнгө бәрелештә ятып ҡалған һалдаттарҙың бөтәһе лә «хәбәрһеҙ юғалғандар». Уларҙың кәүҙәләрен, һөйәктәрен нисек йыйғандары тураһында бер әбей һөйләне, быны яҙыу кәрәкмәйҙер. Урман буйында бер нисә урынға күмгәндәр. 60-сы йылдарҙа шул ваҡытлы ҡәберҙәрҙе ҡаҙып, һөйәктәрен йыйып, 2-се Тербуны ауылы уртаһында бер урында «Туғандар ҡәберлеге» эшләп ҡуйғандар. Ундағы исемлек тулы түгел, байтаҡ һалдаттарҙың исемдәре юҡ ине. 2017 йылда Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт йәмәғәтселеге, эшҡыуарҙар яңы һәйкәл ҡуйҙы, яңы исемлек яҙылды», – тип хәбәр иткәйне Замир Мөхтәр улы.
Липецк өлкәһе.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: