Бөтә яңылыҡтар

Һыналған, ләкин һынмаған

Нурын юғалтмаған зәңгәр күҙҙәр, яғымлы йөҙ, зиһен яҡтылығы... Кесе Буҙат ауылынан 92 йәшлек Мөнирә инәй Әхтәмова менән һөйләшкәндә уның һәр яҡлап күркәмлегенә һоҡланып бөтә алманым. Ихлас күңелдән үткән тормошон, хәтирәләрен барлай, шул ыңғайҙа етеҙ рәүештә тиҫбе тарта. Хәрәкәттә – бәрәкәт тигән аҡылдың йәнә бер сағылышы был.

...Ғаиләлә биш бала үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәрҙең береһендә улар әсәйһеҙ ҡала. Аталары Ғәзизйән тырыш, егәрле уҙаман була. Әммә уға ауыр йылдарҙа бәләкәй балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләү ауырға төшә. Туғандары иргә Тәслимә исемле һылыуҙы димләй. Кескәй балаларҙы йәлләгәнгәме, әллә Ғәзизйәндең донъя көтөрҙәй булдыҡлы ир икәнен белгәнгәме, ҡыҙ ризалаша. Артабан ғаиләлә тағы ла биш бала тыуа. 1925 йылда донъяға килгән Мөнирә – шуларҙың иң өлкәне.

Ҙур ғаиләне туйындырыу өсөн Ғәзизйән бар көсөн һалып эшләй. Әммә ул осорҙа, мәғлүм булыуынса, “халыҡ дошманы” тигән ҡара мөһөр әллә күпме аҫыл затыбыҙҙың башына етә, тормоштарын пыран-заран килтерә. Хәлле йәшәгән Ғәзизйәнде лә шундай яҙмыш көтә. Һөҙөмтәлә Тәслимә балалары менән яңғыҙ тороп ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Мөнирәне Силәбе өлкәһенә ағас әҙерләүгә ебәрәләр.

– Ибрай, Айтуған ауылдарынан биш ҡыҙ һәм ике егет инек, – тип хәтерләй инәй. – Шарттар насар. Ҡыш айырыуса ауыр була торғайны. Өҫтә – иҫке кейем, аяҡта – туҙған сабата. Биргән ризыҡтары ауыҙға ҡапҡыһыҙ булһа ла, ашайбыҙ. Ауыр хеҙмәт ныҡ йонсотоп, бөтөн көсөбөҙҙө ала ине.

Түҙмәйенсә, бер нисә егет һәм ҡыҙ ҡасырға булдыҡ. Йәйәүләп ниндәйҙер станцияға тиклем бик оҙаҡ барҙыҡ. Унда тауар вагонына ултырҙыҡ. Ас булғанға һәм ныҡ арығанға күрәлер инде, шунда уҡ йоҡлап киткәнбеҙ. Горький ҡалаһы станцияһында милиционерҙарҙың төрткөләүенә уянып киттек. Һорау алыу башланды. Аҙаҡ беҙҙе төрмәгә яптылар. Бер ай тотҡонлоҡта булғандан һуң тыуған яғыбыҙға юлландыҡ.

Ләкин тылдағыларҙы ла һуғыш аямай. Мөнирәләрҙең тыуған йорто юҡ. Яҡындары бер туғандарынан икенсеһенә күсеп көн күрә. Кесе Буҙат ауылынан Исмәғил Яппаров кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, Мөнирә ризалаша. Ир Тоцк ҡалаһында һуғышҡа әҙерлек үткән була, ләкин үҙен сәләмәтлегенә бәйле фронтҡа алмайҙар. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы биш бала донъяға килә, әммә береһенең ғүмере үтә иртә өҙөлә. Ире менән дә ете генә йыл йәшәп өлгөрә Мөнирә: ауырыуынан төҙәлә алмаған Исмәғил 1952 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.

Ҡатын колхозда төрлө эштә йөрөй. Балалары Нәзирә, Минетдин, Фәрит, Рәшит әсәләренә ҡулдан килгәнсә ярҙамлаша. Әсәһе Тәслимә лә ғаиләгә ныҡлы терәк-таяныс була.

– Ғәжәп түҙемле ине ҡәҙерлем, – ти Мөнирә инәй. – Оҫта ҡуллы ла булды. Мине аҡыллы кәңәштәренән айырманы. Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышаныуы йәшәү көсө биргәндер уға, рухын нығытҡандыр. Беҙҙе лә дин ҡанундары нигеҙендә тәрбиәләне. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем, ә ул 107 йәшкә етте, биш тапҡыр намаҙын ҡалдырманы. Өлөшөнә төшкән барлыҡ һынауҙарҙы ҙур сабырлыҡ менән үткәрҙе әсәйем. Берәүгә лә ҡыйынлыҡ килтермәне, кешеләргә гелән изгелек ҡылды. Ошондай йәшәү өлгөһө, ҡиммәтле һабағы өсөн рәхмәтем сикһеҙ ҡәҙерлемә.

Мөнирә инәй менән беҙ Буҙат ауылында йәшәгән улы Минетдин Яппаровтың өйөндә осраштыҡ. Ул балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә йыш ҡунаҡ була, һәр саҡ хәрәкәттә. Туҡһан йәштән уҙһа ла, үҙен гелән яҡшы хис итә, эшһеҙ ултыра алмай: ҡыш ҡулынан бәйләме төшмәй, йәйгеһен иһә дарыу үләндәре, емеш-еләк йыйырға ярата.

Һәр көндө намаҙҙан, Ҡөрьән сүрәләренән башлай Мөнирә инәй. Дини китаптарҙы, шулай уҡ район, республика гәзиттәрен яратып уҡый, илдәге, төбәгебеҙҙәге хәл-ваҡиғалар менән һәр саҡ хәбәрҙар.

Автор: Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

Стәрлебаш районы.

"Башҡортостан" гәзитенән.



Читайте нас: