Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтарыбыҙ ижады
16 Февраль 2021, 11:35

Ап-аҡ...

Туй күлдәге кейгән кеүек Ерем,Ап - аҡ булған таңым атыуға.Тауҙар, ҡырҙар күҙҙе ҡамаштыра,Һалҡын саф һауа ла һулауға.

Тәбиғәттҽң мөғжизәһҽ сикһҽҙ,
Ябалаҡлап ҡарҙар яуыуы.
Ынйы тәңкәләре бейей өйөрөлөп,
Күҙҙәремдҽң яуын алыуы.
Ҡышын ап - аҡ була бөтә ғәләм,
Ап - аҡ ҡарҙай ап - аҡ уйҙарым.
Аҡ ҡыштарға аяҡ баҫам, дуҫтар,
Аҡтан булһын барыр юлдарым.
Шығыр- шығыр аяҡ аҫтарында,
Моңон көйләй ҡыштың йырсыһы.
Ғүмеремдә тағы ап - аҡ ҡыштар,
Бҽр - бҽр артлы килеп торһонсы.
Һҽҙ, дуҫтарға теләктәрем булһын,
Аҡ бәхеттәр ап - аҡ ҡыштарҙа.
Ҡул бирешҽп күрешҽп тормаһаҡ та,
Күрешәйек ап- аҡ уйҙарҙа.
Сәүиә ВАХИТОВА.
Читайте нас: