Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтарыбыҙ ижады
10 Ғинуар 2020, 12:30

Яңы йылды ҡаршылағанда

Ибраҡай ауылынан Зөлфирә Хөсәйенованың шиғырҙары район халҡына яҡшы таныш. Яңы йылды ҡаршылағанда тыуған хис-тойғоларын ул ошо шиғыр юлдарына һалған.

Яңы йылды ҡаршылағанда
Ауылдаштар, Аллаһ бирһә тием,
Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ.
2020 йылдың
Ишектәрен бергә асабыҙ.
Яңы йылыбыҙ алып килһен беҙгә
Иҫәнлек һәм бик күп шатлыҡтар.
Булһын ине беҙҙең күңелебеҙҙә
Аҡ ҡар кеүек кенә аҡлыҡтар.
Ошо беҙҙең ғүмер ағасынан
Ҡойолмаһын ине япраҡтар.
Бары яуһын ине еребеҙгә
Эре бөртөк булып аҡ ҡарҙар.
Беҙҙең йәшлегебеҙ булған икән
Ни барыһы бер ваҡыт ҡына.
Уның үткәнендә белмәгәнбеҙ,
Һиҙеп ҡалдыҡ бик һуңлап ҡына.
Мусин еккән ҡыңғыраулы атта
Елә ине балалар шатланып.
Ә беҙ тәҙрәләргә бағып, һөйөнөшөп,
Ҡарап ҡала инек таң ҡалып.
Ул заманда гөрләп торған клуб
Һөйләргә генә ҡалды һағынып.
Ярай әле урамдағы шыршы
Ҡаршы ала ботаҡтарын ҡағып.
Башҡа байрамдарҙан айырылып
Яңы йыл ул бигерәк күңелле.
Ҡай саҡ алып китә бала саҡҡа
Елкендереп тереп күңелде.
Элеккеләй көрттәр өйөп
Ҡарҙары яуып торһон.
Илебеҙҙә ни барыһы
Тыныслыҡ ҡына булһын.
Яңы йыл менән!
Зөлфирә ХӨСӘЙЕНОВА.
Ибраҡай ауылы.
Читайте нас: