Юғары белем алыу маҡсаты менән Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1975 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған ауылына уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Әүҙем, изге күңелле һәм кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән Хәлит Сәйетғәли улы ауылдаштары араһында ҙур абруй яулай. Тап шул матур кешелек сифаттары өсөн бер нисә йылдан уны Айҙарәле ауыл Советына рәйес итеп һайлайҙар. Һәм 23 йыл ул, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ошо вазифала эшләй.
Тормош иптәше Мәрйәм Ғариф ҡыҙы менән бик матур ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Мәрйәм апай ҙа ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Ул химия уҡытыусы булып эшләй. Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтерәләр. Балалары ла ата-әсәләренә оҡшап, бик матур донъя көтәләр. Хәлит Сәитғәли улы менән Мәрйәм Ғариф ҡыҙы ауылдаштары өсөн һәр яҡлап үрнәк була. 2016 йылда районда «Тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә Кәлимуллиндар.
- 2014 йылда күңелемә ниндәйҙер шиғри юлдар, хатта йырҙар килеүен тойҙом. Был шиғырҙар дингә өндәү кеүек ине. Быны мин үҙемсә Аллаһы Тәғәләнең бер ҡөҙрәтелер тип уйлайым. Ҡулыма ҡәләм алып, нәсихәт йүнәлешендә бер нисә шиғыр яҙҙым. Артабан Стәрлебаш ауылындағы «Иман нуры» мәсетендә уҡып, ислам нигеҙҙәре буйынса белем алдым. Олоһон да, кесеһен дә берләштергән, изгелек юлында булырға әйҙәгән тормош мәғәнәһе ул - иман. Ислам диненә ололар ҙа, йәштәр ҙә ынтылғанда, имандың таралыуына ышаныс ҙур, - ти Хәлит Сәитғәли улы.
Ошо йүнәлештә белемен камиллаштырыу маҡсатында ул «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Әлеге ваҡытта Айҙарәле ауылында имам вазифаһын башҡара.
Һеҙгә уның бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Бәхеткә юл
шунан башлана
Бисмиллаһ менән башлайыҡ эште
Һәр атҡан таңға ҡыуанып.
Ышанысыбыҙ арта торһон
Байлыҡ көткәндәй кеүек.
Ҡәҙерен беләйек ғүмерҙең,
Осраһаҡ та төрлө һынауға.
Сабыр булайыҡ, түҙәйек, алға барайыҡ,
Беҙ генә бит уны үтмәйбеҙ.
Көрәш, тырыш, булдыр, ашыҡма!
Саҙаҡа бир ихластан мәсеткә.
Изге ғәмәлдәр ҡыл, ярҙамлаш,
Яңғылышлығың юҡмы арала?
Риза булып йәшә тапҡаныңа,
Рәхмәттәр әйтеп Хоҙайға.
Көнләшеүселәр булһа арала,
Саҙаҡа өләш һин тағын да.
Туғандарың менән яманлашма,
Боҙоҡлоҡтар шунан башлана.
Яманлыҡтан һаҡлар доғаларың
Һин шуны бел, бер үк яңғылышма!
Тағын көрәш, тырыш, булдыр, үҫтер,
Шунһыҙ донъяң бармаҫ һис алға.
Тик туҡтама, ҡыйынлыҡтан ҡурҡып,
Ярты юлда бер ҙә туҡтама.
Наҙан кеше һүҙенә ҡолаҡ һалма
Еңел түгел тәүге аҙымдар.
Һин үтәһе тормош юлын
Башҡа берәү үтмәҫ, шуны бел.
Яҙып ҡуйылһа ла яҙмышың маңлайыңа.
Абынырҙы ҡайҙан беләйек?
Иптәш кәрәк тиҙәр йәшәгәндә
Һин ашыҡма, һына, түҙем бул.
Яңғыҙлығың хәйерлерәк булыр
Тормошоңдо яйлап киткәндә.
Һиҙелмәйсә, көн артынан төндәр үтә,
Көслө сағың бик ҡыҫҡа.
Көрәш, тырыш, булдыр, тап.
Харамдарға юлыҡма.
Өмөтөңдө юғалтма бер ҡасан
Доғала бул Хоҙайға.
Яңғыҙ саҡтарыңда бигерәк тә
Йәнең тыныс булыр һәр саҡта
Көрәш, тырыш, булдыр тағын да
Һин иҫән саҡтарыңда.
Һин булдырған саҡтарыңда
Бәхетле булырһың һәр саҡта.
Юлдар, юлдар
Беҙ йәшәйбеҙ юлдар һалып киләсәккә
Ҡуйған маҡсаттарға таянып.
Алдашһаҡ та, төҙәлергә баш ҡалҡытыр,
Тик тырыш булғандары.
Юлдарыбыҙ һикәлтәһеҙ булмаҫ,
Тыуған ергә әйләнеп ҡайтырбыҙ.
Атай-әсәй йәшәгән бит унда
Ҡайта алмайынса нисек түҙербеҙ.
Ҡоштар һуҙа йырын туғайҙарҙа,
Беҙ ҙә йырҙар яҙайыҡ, ҡоштар моңон,
Йырлап йәшәйек, ауылдаштар, бөгөн
Иртәгәһен белеп булмай бит.
Йәшәйек әле
Йәшәйек әле донъялыҡта, өмөтләнеп яҡшылыҡҡа,
Йәшәйек әле ҡыуанышып, атҡан таңға, бар барлыҡҡа.
Тормош юлдары асыҡ беҙгә, алдашмаҫҡа донъялыҡта,
Йәшәйек әле көслө саҡта, юлдар һалып киләсәккә.
Яҡшы һүҙҙәр әйтешәйек, донъялыҡта йәшәгәндә,
Теләк теләйек бар кешегә изгеләрен, яҡшыларын.
Йәшәү юлы оҙон-оҙон, гел барайыҡ алғы сафта,
Йәшәйек әле аҙашмайса, хаҡ һөйләйек иҫән саҡта.
Йәшәйек, йәшәйек, йәшәйек!
Хәлит КӘЛИМУЛЛИН.