"Ялың, йәйең нисек үтә?" - тиеп,
"Ҡайҙан әйттем" - тиеп һөйләүҙәрен
Мин шаҡ ҡатып тыңлап торамын.
"Ниндәй ял, ти, ауыл ҡатынына,
Күргәнем юҡ баҡса-һарайҙан.
Күрәһеңме, ҡулдар һөйәлләнгән,
Ҡояш өтөп йөҙҙәр ҡарайған".
Татлы төн йоҡоңдо бүлеп көн дә
Иртә таңдан һыйыр һауаһың.
Көтөү ҡыуғас, себештәре көтә,
Шунан баҡсала эш, сүптәр утап,
Наҙлап ҡына һыуҙар һибәһең.
"Гөрләп үҫһен гөлдәр, йәшелсәләр,
Ҡырау ғына һуға күрмәһен".
Һауған һөттө эш иткәс, ҡалаға
Алып бараһың һин һатырға.
Һөттө һатҡас, аҙыҡ-түлек тейәп,
Арып сығаһың һин ҡайтырға.
Көҙөн баҡса тиеп ит, картуф, тиеп
Был заманға яраҡлашыр өсөн
Һирәк ирен буяп, һөрмә тартыу,
Ҡупшы кейем кейеү байрамда.
Зарланмайым... Тапҡан ризығымдан
Татып ләззәттәр мин алам да.
Таҙа аҙыҡ-түлек менән илде
Һеҙҙең үткән быуын һуғыш булып
Егәрлеһең, көслө рухлыһың да,
Һин гүзәлһең, ауыл ҡатыны.
Был тормоштоң йәме, тәме лә һин,
Йәшәйһең - гәүһәр, алтыны.
Ҡыҙғаныуҙан көслө ғорурлығым
Ауыл ҡатыны ҡылған батырлыҡ.
Һөйәл ҡулдар, янған йөҙҙәр бар ҙа
Ары торһон, тим, башҡа матурлыҡ.
Бына шулай хәлдәр, һин "ял" тиһең,
Эштәр һәр саҡ тора өйөлөп.
Ауыл ҡатынына рәхмәт әйтәм,