Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтарыбыҙ ижады
8 Октябрь 2019, 16:45

Дуҫлыҡ иле

Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән Фәриҙә Әһлиуллина урта мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Артабан район мәктәптәрендә пионервожатый булып эшләй. Риф Дәминев менән ғаилә ҡорғас Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр. Фәриҙә Миңлеғәли ҡыҙы бында мәғариф бүлегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методист булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас ғаиләһе менән тыуған ауылы Мәҡсүткә ҡайталар. Ял ваҡыттарында илһамланып шиғырҙар ижад итә.

Күп милләттең гүзәл Башҡортостан

Йәшәр ере, ҡото, ырыҫы.

Киләсәккә булған хыялдарын

Ысын иткән хаҡ бер яҙмышы.


Милләт гөләмәһе - башҡорт ере

Төрлө төҫтән күҙҙә сабырлыҡ.

Үҫтергәнгә ҡурсап һәр милләтте

Тик башҡортҡа хас ул сыҙамлыҡ.


Һәр береһе күкрәп сәскә ата

Орлоҡ ҡоя уңыш нигеҙләп.

Шытып сыҡҡан нескә ҡыяҡта ла

Башҡорт рухы яна емелдәп.
Ҡылыс сыңы сылтыр шишмәләрҙә

Эскән саҡта тешең сатната.

Ҡурай моңо һайрар ҡоштарыңда

Тыңлағанда уйҙар уйлата.


Йәлләмәйсә башҡорт дуҫлыҡ ебен

Йәйғор нурҙарындай өләшә.

Шуға дуҫтар бөгөн, арҡа терәп:

«Башҡортостаным!» - тип өндәшә.
Фәриҙә ӘҺЛИУЛЛИНА-ДӘМИНЕВА,

уҡытыусы-пенсионер.

Мәҡсүт ауылы.
Читайте нас: