Яҙам əле дуҫтар, яҙам əле,
Ҡулҡайҙарым ҡəлəм тотҡанда.
Уҡый торған улым, ҡыҙҙарым бар,
Мираҫ булып ҡалыр, быуынға.
Яҙам əле, дуҫтар, яҙам əле,
Һүтелһəлə тормош йомғағым.
Яҙмыштарҙа уҙмыш булмаһа ла
Яҙам əле, дуҫтар, яҙам əле,
Йөрəккəйем ярһып типкəндə.
Аллаһымдан ғəфүҙəр үтенеп,
Яҙам əле ҡулдан килгəндə.
Таш яуһа ла юлды табыр инем,
Юлды баҫҡан кəртəлəрҙəн күпер,
Аралашыр инек телефондан,
Яҡынайтып күңел хистəрен.
Йылы һүҙҙе йəн аҙығы, тиҙəр,
Шылтырат һин иртə, кистəрен.
Беҙ икебеҙ ике яҡты йондоҙ,
Донъя биҙəр өсөн ҡабынған.
Көмбəҙҙəргə ҡалҡып, балҡып янған,
Мөхəббəттəн уты ҡабынған.
Аралашмай ҡалған осраҡтарҙа,
Йыраҡтарҙан һине күҙлəйем.
Ҡарашыңды ғына күрер өсөн,
Ниҙəр генə, ниҙəр бирəйем.
Аралашмай ҡалған осраҡтарҙа,
Тауышыңды ғына ишетер өсөн,
Ниҙəр генə, ниҙəр һөйлəйем.
Аралашмай ҡалған осраҡтарҙа,
Үҙ алдыма йырҙар йырлайым.
Йөрəк түрендəге хистəремде,
Моңға урап бүлəк ҡылайым.
Һиңə, тыуған көнгə бүлəк итеп,
Ни бирһəмдə булыр əҙ кеүек.
Күңел түрендəге хистəремде,
Йырға һалдым һиңə үҙ итеп.
Тыуған көнөң ҡотло булһын йəрем,
Һандуғастар тынмай һайраһын.
Һиңə генə яңғыраһын йырым,
Бер-үк ишетелмəй ҡалмаһын.
Аяҙ йəйҙең беренсе көнөндə,
Һин килгəнһең донъя йөҙөнə.
Аҡ бəхеттəр, иҫəнлектəр генə,
Телəп ҡалам килер көнөңə.
Ай-ҡояшты алып һалыр инем,
Мөмкин булһа һинең усыңа.
Ялан сəскəһенəн гөллəмəлəр,
Йөрəк йырҙарымды бүлəк итəм,
Ҡотлап һине тыуған көнөңдə.
Тик шатлыҡтар ғына урғылһындар,
Мөхəббəтле көлəс йөҙөңдə.
Урал итəгендə нур балҡытып,
Сəскə ата Башҡортостаным!
Ҡарурмандар биҙəй биткəйҙəрен,
Ə тауҙары байлыҡ бостаны.
Тынғы белмəй ярһыу йылғалары,
Зəңгəр күҙле тоноҡ күлдəре.
Ҡурай тауышына моңдаш ҡына,
Ере өсөн, ана, ата-бабам,
Шуға һүнмəй дуҫлыҡ усағы ла,