Бөтә яңылыҡтар

Йөрәгеңде тыңла

Үҙ-үҙеңде алдап, төңөлгәндә, Күҙкәйҙәрең күккә төбәлгәндә, Йәшәү менән үлем тиңләшкәндә,Аҡыл менән уйҙар көрәшкәндә,...

Үҙ-үҙеңде алдап, төңөлгәндә,

Күҙкәйҙәрең күккә төбәлгәндә,

Йәшәү менән үлем тиңләшкәндә,

Аҡыл менән уйҙар көрәшкәндә,


Яҡты көнөң, төнгә әйләнгәндә,

Аҡ ямғырға ҡушылып сеңләгәндә.

Өнөң менән төштәр аралашып,

Үткән көндәреңде эҙләгәндә,


Йөрәккәйем нисек түҙә, тимә.

Аллаһынан сабырлыҡтар һора,

Төштәреңде яҡшылыҡҡа юра.

Ауырлыҡтар, ул Хоҙайҙан һынау,

Тик үҙеңдең йөрәгеңде тыңла.
Күңел төбөм

Унда юҡтыр урын алдашыуға,

Көнсөллөктәр менән ярышыуға.

Юҡтыр унда сихыр, мәкерле уй,

Юҡтыр урын яман ҡарғыштарға.


Унда юҡтыр урын ғәмһеҙлеккә,

Ҡомһоҙлоҡҡа йәнә йәмһеҙлеккә.

Юҡтыр унда урын ғәйбәттәргә,

Күрә алмай янған йөрәктәргә.


Күңелемдең төбө һары алтын,

Сабырлыҡтан айырмаһын Раббым.

Ниҙәр сәсһәң шуны урырһың, тип,

Белеп әйткән минең алтын халҡым.


Гөлнас ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас: