Стэрлебаш шишмэлере
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтарыбыҙ ижады
7 Май 2019, 12:27
Яҡшылыҡ сәс (Әкиәт)
Борон, борон заманда, Боролоп йылға аҡҡанда. Туғайҙағы талдарҙа,Ҡоштар ҡанат ҡаҡҡанда...
Борон, борон заманда,
Боролоп йылға аҡҡанда.
Туғайҙағы талдарҙа,
Ҡоштар ҡанат ҡаҡҡанда.
Зәңгәр күлдең өҫтөнә,
Төнгө ай нур һипкәндә,
Йондоҙҙар күктә балҡып,
Йымылдап серләшкәндә.
Бер әбей менән бабай ,
Баҙарҙан ҡайтып кергән.
Өс улына атаһы,
Берәмләп алма биргән.
Үҙе атын туғарып,
Һоло һалған улаҡҡа.
Ялын тарап, яратып,
Үткән ти түрге яҡҡа.
Бер нисә сәғәт үткәс,
Ашап-эсеп ял иткәс.
Алманы ни эшләттегеҙ тип,
Бабай улдарын саҡырып,
Һорау биргән бар(ы)һына.
Оло улы алма ашап,
Орлоғон йыйып алған.
Атаһына үҙ теләген,
Теҙеп ул, сисеп һалған.
Ошо орлоҡтарҙан үҙем,
Һутлы алма үҫтерәм.
Һатып алып йөрөмәҫһең,
Атаҡайым, бергенәм.
Яҡшы иткәнһең, улым,тип,
Бабай бик тә шатланған,
Арҡаһынан һөйөп улын,
Уртансынан һораған.
Икенсеһе, алма ашап,
Рәхмәттәрен белдергән.
Атаһына һаулыҡ теләп,
Башҡайын түбән эйгән.
Яҡшы иткәнһең, улым, тип,
Башынан һыйпап ҡуйған,
Бәләкәс улын саҡырып,
Шундай уҡ һорау биргән.
Бәләкәсе, кинйәһе,
Белмәгән ни әйтергә.
Ҡыҙарып, бүртенеп бөткән,
Әрләп ҡуйһа ни эшләргә?
Атаҡайым, мин алманы,
Тигеҙ өлөшкә бүлдем,
Береһен үҙем ашаным,
Күрше малайға бирҙем.
Бергә үҫкән дуҫ малай,
Ятҡан бик ҡаты сирләп.
Ҡыуанып ул доға ҡылған,
Бәхет-шатлыҡтар теләп.
Бәрәкаллаһ, улым, тиеп,
Атай ҡосҡан кинйәһен.
Бигерәк яҡшы иткәнһең бит,
Үпкән битен, күҙҙәрен.
Яҡшылыҡтар ятып ҡалмай,
Ҡайтып килер үҙеңә.
Ни сәсһәң, шуны урырһың,
Тиҙәр халыҡ телендә.
Гөлназ ФӘЙЗУЛЛИНА.
Ҡабыҡҡыуыш ауылы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?