Бөтә яңылыҡтар

Таныш булығыҙ!

Наил Нариманов Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылында тыуып үҫә. Ауылдағы урта мәктәптән һуң 1984 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Федоровка районы Юрматы совхозында төҙөлөш тармағында инженер булып башлай. Артабан һайлаған һөнәре буйынса Себер тарафтарында эшләй. Мәктәптә уҡыған йылдар ҙа уҡ шиғырҙар яҙғылай. Наил Ярулла улы оҫта баянсы булараҡ, ҡайһы бер шиғырҙарына йыр ҙа ижад иткән.

Шиғыр яҙам

Мин бөгөн дә шиғыр яҙам әле,

Күңелдәрем шуға саҡыра.

Бәхетемдең сафлы минуттары

Балҡып тора ғаиләм хаҡына.

Күңелдәрем тулып китте шул саҡ,

Ҡулдарыма ҡәләм алғанда.

Бәхеттәрем тағын өҫтәлде бит

Аҡ ҡағыҙҙа юлдар һалғанда.

Юҡ ҡына бит, бер нимә лә түгел,

Ҡәләм, ҡағыҙ, күңелем уйҙары.

Ә, шатлығым! Эстәремә һыймай,

Ҡосаҡларҙай булдым донъяны.

Хәҙер инде миңә нимә кәрәк?

Йәшәлгән дә кеүек был ғүмер.

Иҫән булайыҡ һәммәбеҙ ҙә.

Тыныс ҡына торһон был күңел.

Ике аҙаш

Беҙ, мәнгелек дуҫ - ике аҙаш,

Исемдәребеҙ «Наил».

Әрме сафтарында беҙҙе,

Осраштырҙы Тыуған ил.


Туғандарса яҡынайтты

Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеү.

Араға бер тап төшмәне,

Дуҫлыҡ ул - бәхет гөлө!


Тауыштарҙы ишетһәк тә,

Элемтә аша ғына.

Шатлығыбыҙ ярҙарынан

Урғылып таша һымаҡ.


Осрашыуҙар - оло байрам,

Йондоҙҙарҙай балҡыйбыҙ.

Дуҫлыҡ - үҙе бер ҡояш,

Нурынан туя алмайбыҙ.


Алтын түгел, көмөш түгел,

Түгел ул, бриллиант та.

Беҙҙең дуҫлыҡ мәңге балҡып,

Һакланасаҡ йөрәктә!


Наил НАРИМАНОВ.
Читайте нас: