Таң тынлығын уйып керпектәрен,
Бер ир бала тыуҙы, мөхәбәттең,
Танһыҡ тәү емеше - үҙ генә.
Агроном ҡыҙ һәм игенсе егет,
Барлыҡ дәртен һалып тормошҡа,
Ил һәм ғаилә, тип көс йәлләмәй,
Шатлыҡ тапты уртаҡ яҙмышта.
Ә ул бала көслө баһадирҙай,
Зирәктәр бит тыуа шундай һирәк,
Зирәктәр бит - үтә күрекле.
Ун йәшендә көсөк алып ҡайтып,
Һалдат хеҙмәтенә өйрәтте.
Тауҙан-тауға улар йүгерҙеләр,
Урап сығып күпме төбәкте.
Ил һаҡсыһы булам, тине Рушан,
Тәүге саҡырыуға килгәндә.
Этем дә бар, саптар, үҙем кеүек,
Ташламаҫлыҡ хатта үлгәндә.
Мәктәп тупһаһының һуңғы йылы,
Иң күңелле сағы йәшлектең.
Сабый балаларҙың холҡо кеүек,
Үҙгәреүсән, әммә тәртипле.
Ҡаш-күҙ уйнатырлыҡ һылыу ҡыҙҙар,
Бер һирпелеп кенә ҡараһа.
Уттар һалып егет йөрәгенә,
Ғәййәр егет, киске эңер төшһә,
Тальян гармун алып көйләне.
Әсәһенең бойоҡҡанын күреп,
Серен систе бер саҡ түҙмәне:
- Эй, әсәйем, йоҡлар йоҡоларҙы,
Мин нур итеп, күккә тағатам.
Йәкәү урамынан алтын сәсле,
Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы яратам.
Серен систе шулай әсәһенә,
- Әрмеләргә китһәм көтөр микән,
- Ун һигеҙ йәш, улым, бөгөн һиңә,
Күңелеңдә йондоҙ балҡыштары,
Әсә йөрәге лә һиҙенгәндәй
Тетрәп ҡуйҙы әрме һүҙенән.
- Йә, Хоҙайым, һуғыштарҙан һаҡла,
Бала ҡайғылары күреүҙән...
Өс ай хат килмәгәс, рөхсәт алып,
Тауҙар иле икән Чечня ере,
Ҡайҙа баҡма үлем, һыҡрауҙар.
Кемдәр өсөн кәрәк булған һуғыш,
Туҡтар микән тик беҙ һорауҙан?
Ҡайтарырға улын рөхсәт алғас,
Эй, һөйөндө әсә, тик улҡайы
Ҡолаҡ һалманы шул һүҙенә.
- Ир бурысы, тине, - илде һаҡлау.
Бында ла бар һиндәй әсәләр.
Улар ҙа бит улан үҫтергәндәр,
Тыныслыҡҡа орлоҡ сәсәләр.
- Улай булһа мин дә ҡалам, -тиеп,
Ашнаҡсыға, командирға инде,
- Бында һуғыш, улың һин тип, яныр,
Ә һин, балам, тиеп көйөрһөң.
Бер һалдат та килмәй әсә менән,-
Ошо тауҙа ҡала, -тине әсә,-
Минең йөрәк, һуңғы таяныс.
Ҡырҡ һалдатҡа ҡырҡ бит ҡағыҙ бирҙе:
- Яҙығыҙ хат, үлем аяныс...
Һәр ҡырҡ хатты ҡайтҡас ҡырҡ тарафҡа
Ҡайһылары бәлки һуңғы хаттыр,
Автобуста йоҡлап киткән саҡта,
- Ғәйепләмә мине, әсәкәйем
Уртаҡ булмағанға яҙмышты.
Моңло бер йыр булып ҡайттым һиңә,
Ер баҫһын, тип әсе һағышты.
Төштәреңә керһәм, ҡыума, зинһар,
Йырла әле, тиһәм таң йырын.
Малай саҡтағылай этем менән
Сабып үтәм йырҙа, тау юлын.
Эй, әсәйем, хәҙер йоҡоларҙы
Мин нур итеп күктә тағатам.
Йәкәү урамынан алтын сәсле
- Рушан..., - тиеп тотто йөрәген.
Әйтерһең дә донъя тетерәне,
Өҙөлгәндәй һуңғы терәге...
... Ул алышта ауған ун һигеҙ,
Бишек йырын кемдәр урланы!?