Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтарыбыҙ ижады
20 Ноябрь 2018, 12:11

Ялҡын менән киләм

Был юлы беҙ һеҙгә Тормай ауылында йәшәүсе Эльвира Батырованың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Ялҡын менән киләм

Сәфәр айы етте, сәфәр сыҡтым,

Әйтер һүҙҙәремде әйтәм тип.

Табылһындар ине тыңлаусылар,

Мәғәнәһе менән аңлаусылар.

Юлдарымда мине фәрештәләр,

Яҡлап тороп яңғыҙ итмәҫтәр.

Шиғыр менән киләм-туҡтатмаҫтар,

Юлдарыма кәртә ҡуймаҫтар.

Сайҡалыптар китәм, йөгөм ауыр,

Бушатмайса ҡайтмам, белегеҙ.

Халҡым тиеп янған йөрәгемдең

Ялҡындарын килеп күрегеҙ.

***

Заманалар үҙгәрҙе лә

Эш бөттө, ваҡыт етте.

Заман намаҙ талап итә

Иманһыҙлыҡ ялҡытты.

***

Иманһыҙлыҡ - ут дауылы

Иманһыҙлыҡ ут дауылы булып,

Өйөрөлөп ерҙе яндыра.

Шул өйөрҙә ҡалып яна күрмә

Иманһыҙлыҡ рухты һындыра.

Аҡса өсөн йүнһеҙлекте хуплап,

Хеҙмәт итеүселәр әҙме ни?

Үҙебеҙҙә аңламайса тороп

Утҡа майҙар һипкән беҙме ни?

Дауылдарҙы ҡуптармайыҡ әле,

Тыныс тормош көтһөн балалар.

Ут дауылы көсөн юғалтасаҡ,

Иманына килһә ололар.

Кем теләмәй балаһына бәхет

Шулар ғына дауыл эсендә.

Өйөрөлөп хәлдән тайып улар

Дауа табыр тик бер Ҡөрьәндә.

Ут дауылы урап үтер беҙҙе

Иманлылар менер майҙанға.

Әшәкелек кенә янһын әйҙә,

Еребеҙҙә урын юҡ уға.

Эльвира БАТЫРОВА.
Читайте нас: