Һиндә тыуып, һиндә үҫмәһәм дә
Ризыҡтарым һиндә булғандыр.
Күндрәк буйҙарында йәшәгәнгә
Күңелдәрем моңға тулғандыр.
Килен булып төшкән саҡтан алып,
Уның һыу буйҙарын яраттым.
Шифалы һыуҙарында ҡойоноп
Барлыҡ һағыштарҙы тараттым.
Күндрәк буйҙарында туғайҙар күп,
Бер туғайы уның баланлыҡ.
Бер туғайы муйыл, икенсеһе -
Туҡһан сиргә дауа - андыҙлыҡ.
Тауҙарында ҡыҙыл сәкмән еләк,
Тал араһы күм-күк бөрлөгән.
Гөлйемеше ҡыҙарып бешә көҙөн,
Йыйып ҡарағыҙсы бер генә.
Йылғаһында көмөштәй балыҡтар,
Күлдәрендә ап-аҡ томбойоҡ.
Ҡояш нурҙарына иркәләнеп,
Ултыралар тып-тыныс ойоп.
Бер ниндәй ял йорто алмаштырмаҫ,
Күндрәк буйҙарында хозурлыҡ.
Шундай гүзәл яҡта йәшәүҙәре,
Үҙе ни тора бит - ғорурлыҡ!
Ағас баштарында аҫыл ҡоштар,
Моң һуҙалар төрлө телдәрҙә.
Ләззәтләнеп ял итәһең кеүек,
Күҙ күрмәгән йыраҡ илдәрҙә.
Бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкәс,
Таралыштыҡ төрлө яҡтарға.
Әллә ниңә форсат булманы шул,
Тыуған яҡҡа йышыраҡ ҡайтырға.
Һағындыра күрше-күләндәрҙе,
Сал ҡылғанлы тауҙар төшкә керә,
Аҡ шишмәнең һыуын эсер өсөн,
Йүгерә инек тиҙерәк етергә.
Ап-аҡ ташлы Һуҡайлыла сумып,
Һыу ингәндәр һаман хәтерҙә.
Таллығында күм-күк бөрлөгәндәр,
Урманында йәмшегән ашарға,
Бара инек ҡыҙҙар һирәкләп.
Кәкүктән ышанып һорай инек,
Юҡ, хәҙер мин һис һорамаҫ инем,
Күпме ҡалған тиеп, йәшәргә.
Танһыҡтарым ҡаныр ине берәй,
Ҡайтып күрһәм тыуған яғымды.
Йәшәгән йортомдоң урамында.
Хәтерләрмен бала сағымды.
Кире ҡайтып булмай балалыҡҡа,
Шул саҡтарҙы бигерәк һағындым.