Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтарыбыҙ ижады
15 Ғинуар 2018, 12:23

Тыуған ауылым

Һеҙҙең иғтибарға яҡташыбыҙ, Ҡарағош ауылында тыуып-үҫкән Наил Наримановтың шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Тыуған ауылым Ҡарағошта

Биргәнмен тәүге ауаз.

Ғүмер үтер юлдарымда

Булһасы күгем аяҙ!

Тәбиғәттең гүзәллеге

Бала саҡ бәхетемдә.

Атай – әсәй биргән һөйөү

Ләззәтле хәтеремдә.

Ҡәнәфиә, Урта баҫыу,

Ҡыҙыл яр, Мәғәзиҙәр,

Сағылтауым, Хатипшишмә

Һағынып һеҙҙе һөйәм.

Шайба һуғыу, туптар тибеү,

Күҙ асып йомған миҙгел.

Балыҡ тотоу, һыуҙа йөҙөү

Мәңге оноторлоҡ түгел.

Бала саҡ мәшәҡәттәре,

Мал – тыуар, баҡса эше.

Тырышып донъя көтөүҙәр

Әсәйҙең һалған көсө.

Хәҙер инде һәммәбеҙҙең

Тормоштары сит ерҙә.

Һағынышып осрашабыҙ

Тыуып үҫкән төп өйҙә.

Сит яҡтарҙа бәхет эҙләп

Бер ҡабындыҡ, бер һүндек.

Тыуған ауылым, тыуған яғым

Һиңә йәбешкән кендек!
Шиғыр яҙам


Мин бөгөн дә шиғыр яҙам әле,

Күңелдәрем шуға саҡыра.

Бәхетемдең сафлы минуттары

Балҡып тора ғаиләм хаҡына.


Күңелдәрем тулып китте шул саҡ,

Ҡулдарыма ҡәләм алғанда.

Бәхеттәрем тағын өҫтәлде бит,

Аҡ ҡағыҙҙа юлдар һалғанда.


Юҡ ҡына бит, бер нимә лә түгел,

Ҡәләм, ҡағыҙ, күңелем уйҙары.

Ә шатлығым! Бер ҙә эсемә һыймай,

Ҡосаҡларҙай булдым донъяны.


Хәҙер инде миңә нимә кәрәк?

Йәшәлгән дә кеүек был ғүмер.

Иҫән генә булайыҡ һәммәбеҙ ҙә.

Тыныс ҡына торһон был күңел.


Ейәндәрем менән


Шаяртырға уйлап ҡуйған инем,

Ейәндәрем төшөнөп бөтмәҫ тип.

Яуаптары таң ҡалдырҙы мине,

Һәр һүҙҙәре тос һәм хикмәтле.


Этләшеп тә китәм улар менән,

Бала саҡҡа ҡайтҡан шикелле.

Һикереп тә сабам, дүрт аяҡлап йөрөйөм,

Онотоп та китәм үҙемде.


«Пландарҙы беҙгә һөйлә әле,

Ни эшләйбеҙ бөгөн, ҡартатай», -

Тиеп улар минең һушты ала,

Көн оҙоно мине етәкләп.


Улар менән мине бәхет ҡаға,

Түҙһәң түҙ, ти, йәки китәм, ти.

Ҡайҙа барайым. Гел йылмайып торам,

Баҫып ҡына серем итәм мин.


Наил НАРИМАНОВ.
Читайте нас: