Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, «Ашығыс ярҙам»да эшләү - медицинала иң ауыр эштәрҙең береһе. Сөнки көн - төн тип тормайынса, ниндәй ҙә хәл-шарттарҙа ашығыс (инфаркт, юл-транспорт фажиғәһе, тын ҡыҫылыу, йәрәхәттәр) һәм кисектергеһеҙ (хроник сирҙәрҙең көсәйеүе) ярҙам күрһәтергә тура килә. Фельдшер тиҙ арала сирленең һүҙҙәре буйынса йәки үҙе ҡарағандан һуң дөрөҫ ярҙам күрһәтергә тейеш, быға хатта ҡайһы саҡ кешенең ғүмере лә бәйле.
- Әммә беҙҙең эштә был иң ауыры түгел, - ти 27 йыл эш стажына эйә булған Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының «Ашығыс ярҙам» фельдшеры Ләйсән Мифтахова. - Ҡайһы саҡ «Ашығыс ярҙам» бер аҙ һуңлап килһә, сирлеләрҙең һәм уларҙың туғандарының ҡәнәғәтһеҙлеген ишетеү иң ҡыйыны. Ғәҙәттә, бындай осраҡтар «Ашығыс ярҙам»дың күпләп саҡыртыуҙар арҡаһында була. Икенсе проблема - ҡаты сирлене дауаханаға килтереү, айырыуса, төнгө ваҡытта. «Ашығыс ярҙам»да фельдшер һәм водитель генә эшләй, сирленең туғандары араһында ла ярҙам итерлек кеше булмаһа, уны машинаға нисек килтереп еткерергә кәрәк...
Бригаданың бурыстары саҡыртыуҙарға барыу менән генә сикләнеп ҡалмай, ә улар иһә көн һайын ике тиҫтәгә яҡын була. Бынан тыш, улар рейсҡа сығыр алдынан водителдәрҙе, эскәндәрҙе тикшерә, төрлө ярыштар һәм сараларҙа дежурлыҡ итә. Киске ваҡытта һәм ял көндәрендә амбулатор сирлеләргә процедуралар яһай, тәүлек әйләнәһенә уларға мөрәжәғәт иткән кескәйҙәрҙән алып өлкәндәргә тиклем төрлө ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, каникул мәлендә, яҙғы-йәйге ваҡытта скутерҙа йөрөгәндә йәрәхәтләнеүселәр бик күп. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың эше бихисап, документацияны ла тултырырға кәрәк. Әммә...
- Шуға ҡарамаҫтан, эшебеҙҙе яратабыҙ һәм үҙебеҙҙе башҡа участкала күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, - ти хеҙмәттә 20 йыл эшләгән фельдшер Ирина Ғүмәрова. - Ауырлыҡтар, әлбиттә, аҙ түгел. Күҙ алдында кеше йүнәлеп, уның сәләмәтлеге яҡшырыуын күргәс ҙур ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ.
Статистика буйынса, был һөнәрҙә осраҡлы кешеләр юҡ. Эшен яратып бөтмәгәндәр бында тотҡарланмай. «Ашығыс ярҙам»да күңел һалып эшләгәндәр генә ҡала. Улар иҫәбенә Ләйсән һәм Иринанан тыш, тулы хоҡуҡ менән Хәлиҙә Кинйәбуҙова, Земфира Ҡәҙимова, Галина Денисоваларҙы, водителдәр Рәмил Ҡәҙимов, Рәшит Ҡорбанғәлиев, Әбделхәлим Хөсәйеновтарҙы, шулай уҡ ошо хеҙмәттә биш йылдан ашыу эшләгәндәрҙең барыһын да индереп була. Яуаплы, ярҙамға ашыҡҡан, миһырбанлы, изге күңелле, уларҙың барыһы ла - үҙ эшенең оҫталары.
Механик Альберт Насировтың һүҙҙәре буйынса, халыҡты яҡшыраҡ хеҙмәтләндереү өсөн, үҙәк район дауаханаһы етәкселеге үтенесе буйынса, районға ГАЗель һәм УАЗ «Ашығыс ярҙам» машиналары ҡайтарылды. Шуларҙың береһе «В» класлы, йәғни ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн үпкәне яһалма вентиляциялау, ЭКГ, тамыҙғыс, дефибриллятор, ингалятор кеүек аппараттар менән йыһазландырылған.
Әммә был хеҙмәттә иң мөһиме - үҙ эшен еренә еткереп башҡарған кешеләр, район халҡы исеменән уларға ғәйәт ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.