Һәм бына бөгөн яҡшы яңылыҡтар билдәле булды. Иң беренсе булып ҡайтҡан 200 кешенең 14 көнлөк карантин ваҡыты тамамланды, һәм улар, ниһайәт, өйҙәренә юлланды.
Обсерватор биләмәһенә “Башавтотранс”тың ете автобусы килеп, эшселәрҙе алып китте. Улар өс йүнәлеш буйынса – Өфө, Мәләүез һәм Сибай яҡтарына – юлланды. Хәүефһеҙлек саралары күрелә: вахтасылар битлек һәм бирсәткәләр кейгән.
Әбйәлил етәкселеге тәүгеләрҙән булып 400 вахтасыны ҡабул иткәйне. Ирҙәрҙе райондың ял йорттарына урынлаштырҙылар, улар өсөн тиҙ арала шарттар булдырҙылар.
“Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер нисә ял йорто корпусында 400 урын әҙерләнек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ҡырҙан ҡайтарылған яҡташтарыбыҙҙан килеү менән анализдар алынды. Ете кешелә коронавирус барлығы асыҡланды, уларҙы дауалау өсөн Белорет дауаханаһына ебәрҙеләр, ә ошо сирлеләр менән бәйләнештә булғандарҙы Асҡар дауаханаһының инфекция бүлексәһенә һалдылар. Ҡалған кешеләрҙең икенсе анализдары ла кире һөҙөмтә күрһәтте. Бөгөн улар өйҙәренә ҡайтып китте", – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов.
Ҡайтырға юлланған вахтасылар шатлығын йәшермәй.
"Мин республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ныҡ рәхмәтлемен: беҙҙе ташламанылар, тиҙ арала иҫән-һау алып ҡайттылар, – ти Бөрө районынан Юрий Ардеев. – Бөтәбеҙ ҙә аңлап тора: обсерваторҙа йәшәү – тәү сиратта үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығын ҡайғыртыу. Әбйәлил районы хакимиәтенә, обсерватор хеҙмәткәрҙәренә, һаулығыбыҙҙы тикшереп торған табиптарға ла ҙур рәхмәт. Улар беҙҙең өсөн уңайлы шарттар булдырҙы, йәшәү һәм туҡланыу ойошторҙо, һаулығыбыҙҙы тикшереп торҙо".
Белорет районынан Илһам Бадалов та шатлығын йәшермәй.
"Беҙҙе яҡшы ҡабул иттеләр, уңайлы шарттар булдырҙылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килгән саҡта уның менән шәхсән осрашып, тыуған яғыбыҙға алып ҡайтҡаны өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтеп булманы. Шуға хәҙер әйтәм рәхмәтемде", – тине ул.
Иртәгә икенсе төркөм вахтасыларҙың карантин ваҡыты тамамлана һәм улар ҙа өйҙәренә ҡайтасаҡ.