– Минең туғандарым, яҡындарым менән бергә ғаиләмә ярҙам иткән һәр кемгә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Мәскәүгә илтеү өсөн махсус бортҡа аҡса туплаған ирекмәндәргә, минең ғүмеремде ҡотҡарыу өсөн тырышлыҡ һалған бөтә кешеләргә ҙур рәхмәт, – тип белдергән ул. Әлбиттә, әсәнең иң оло рәхмәте – алтын ҡуллы табиптарға.
8 Март байрамы алдынан ғаиләләге тетрәндерерлек хәл күптәрҙе битараф ҡалдырманы. Республикала һис ҡасан да булмаған ваҡиға – операциянан һуң ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған әсә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы самолеты менән Мәскәүгә оҙатылды. Махсус бортҡа түләү хаҡын – 1,5 миллион һумды – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙ өҫтөнә алды.
Кулаков исемендәге клиника табиптарының белеме, оҫталығы, тәжрибәһе арҡаһында Айгөл аяҡҡа баҫты. Әсә әле ике балаһы һәм тормош иптәше менән өйҙә. Йәш ғаиләгә бәхет теләйбеҙ!