Бөтә яңылыҡтар
Яҡшы хәбәр
20 Март 2020, 10:35

Игеҙәктәр бәхетте ишәйтер!

Белореттағы перинаталь үҙәктә тыуған игеҙәктәр Раяна менән Тимур Әбйәлил районында донъяға килгән сабыйҙарҙың 99-сы һәм 100-сөһө булды.

Асҡар ауылында йәшәгән Эльвира һәм Марсель Ҡушмөхәмәтовтар ишле ғаиләләр рәтен тулыландырҙы. Уларҙың өс йәшлек улдары Даян да бар. Яңыраҡ Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Әбйәлил районы ЗАГС бүлегендә игеҙәктәрҙе тантаналы шарттарҙа теркәү үткәрелде. Етәксе Фәриҙә Әхмәтова йәш ата-әсәне ҡотлап, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Салауат районында ла быйыл тәүге игеҙәктәрҙе теркәү тантанаһы үтте. Мәсетле ауылында йәшәгән Алина һәм Юлай Нуриевтар кескәй Амелия менән Искәндәрҙе ҡулдарына алды. Ишле ғаиләлә хәҙер дүрт бала үҫәсәк. Салауат районының ЗАГС бүлеге начальнигы Анастасия Сергеева бәхетле атайға игеҙәктәрҙең тәүге документтарын тапшырҙы.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Салауат районы ЗАГС-ы бүлеге.
Дина Арсланова
Читайте нас: