Табиптар бәләкәй ҡыҙға үпкә елһенеүе диагнозы ҡуйғайны.
“Дауаханала изге күңелле, шәфҡәтле аҡ халатлылар ҡыҙыбыҙға тейешле медицина ярҙамы күрһәтте. Уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә бер нисә көн эсендә сабыйыбыҙ һауыға башланы”, - тип яҙа танылған блогер Рөстәм Инстаграмда.
Ике көн элек атай кеше ҡыҙҙарын дауахананан ҡаршы алып, өйөнә алып ҡайтҡан.
Табиптар, шәфҡәт туташтарының изге ҡулдары ярҙамында аяҡҡа баҫҡан Әминәнең сәләмәтлеге киләсәктә ата-әсәне борсомаһын, дауалауҙың шифаһы тейһен.