Баҡһаң, әле ул әсәһе менән Өфөлә дауаханала ята һәм яңы ғына операция үткәргән.
Баш һөйәге деформацияланған ҡыҙҙың унан башҡа ла һаулығы менән проблемалары күп ине. Һирәк генетик сир сәбәпле баланың ҡаты аңҡауы ярылған булған. Ошо сәбәпле Соня ҡаты аҙыҡты сәйнәй һәм матур итеп һөйләшә алмаған. Әле иһә табиптар ошо урынға операция яһаған, һәм проблема бөткән. Ҡыҙыҡай операцияны яҡшы үткәргән.
"Ул аңына килде, йылмая башланы, - тип һөйләй “Яҡшылыҡ йәйғоры” ирекмәне Регина Бирғолоева “КП-Өфө” баҫмаһына. – Софияның әсәһе менән һөйләштем. Улар операция булыр тип уйламаған да. Ни бары тикшерелергә килгән, ә табиптар шунда уҡ уға операция эшләгән. Барыһы ла яҡшы үткән: Соня пюре ашаған, һут эскән. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡыҙыҡай өсөн борсолабыҙ, ул беҙгә бик яҡын булып китте. Оҙаҡламай Өфөгә барып хәлен беләсәкбеҙ, кәрәкле әйберҙәр алып барасаҡбыҙ".
Был осор яҡшы үтһә, оҙаҡламай уның ҡушылған бармаҡтарын айырыу буйынса ла операция яһарҙар тип көтөлә. Уңыштар һиңә, сабый!